Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль , 21:20

Өлгөр ҙә, тырыш та Лиза

Ул -  Үтәгән ауылы почтальоны.

Өлгөр ҙә, тырыш та Лиза
Өлгөр ҙә, тырыш та Лиза

14 июль Рәсәй почтаһы көнө айҡанлы ойошторолған "Үҙ эшенең оҫтаһы" тигән конкурста Лиза Ғәбитова ла ҡатнаша. Ул - Әбйәлил районының Амангилде һәм Үтәгән ауылдары почтальоны.

Лиза Сәғәҙәт ҡыҙы әйтеүенсә, ул "ашыҡма, өлгөр бул" мәҡәленә таянып эш итә. Әйткәндәй, почтаны һәр ваҡыт ваҡытында таратҡаны өсөн үтәгәндәр ҙә, амангилделәр ҙә уны хөрмәт итә һәм ярата. Эшенең ауыр түгеллеге, унан ҡәнәғәтлек алыуы тураһында һөйләне әңгәмәсем.

– Ауылдарҙың икеһе лә шул хәтлем матур, Оло Ҡыҙыл йылғаһына һыйынып ҡына урынлашҡандар, – ти Лиза Ғәбитова. – Шул уҡ ваҡытта уларҙа телем, илем һәм халҡым тип йәшәгән кешеләр йәшәй, ғорурланам һәр береһе менән. Ваҡытлы матбуғатты күпләп өйҙәренә алдырып уҡыйҙар, почтальондың сумкаһы һәр ваҡыт тулы, киләсәктә лә шулай булһын!

Фото: Лиза Ғәбитова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: