Йәмғиәт
12 Июль 2024, 13:30

Бишенсе сабыйҙарын көтәләр

Күрһәтелгән ярҙамға рәхмәтле улар.

Бишенсе сабыйҙарын көтәләрБишенсе сабыйҙарын көтәләр
Бишенсе сабыйҙарын көтәләр

Күмәк бала үҫтегән матур ғаиләләр – йәмғиәтебеҙҙең ныҡлы нигеҙе. Тап уларға илебеҙ таяна. Өфө ҡалаһы Калинин районының Максимовка ауылында йәшәүсе Айгөл менән Илнур Ғәлиевтәр ҙә дүрт бала үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Элина әле медицина колледжына уҡырға инергә йыйына, Илнар улдары 9-сы, Эмиля ҡыҙҙары 3-сө класта, бәләкәстәре Айнарға дүрт йәш. Әле ғаилә бишенсе сабыйҙарын көтә.

– Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ныҡ ярҙам итә. Шуға ҙур ғаилә булдырыуҙан ҡурҡмайбыҙ. Икенсе балабыҙ тыуғас, әсәлек капиталына йорт һатып алдыҡ, һуңынан күп балалы ғаилә булараҡ ер участкаһы өсөн компенсация алып, өйгә төкәтмә төҙөнөк. Дүрт балалыларға  субсидия биргәндәрен ишетеп, уны ла файҙаланырға  ниәтләйбеҙ. Ул аҡсаға балаларға ер участкаһы алып ҡуйырға тигән хыялыбыҙ бар. Балалар пособиеһы ла ғаиләбеҙ өсөн ҙур ярҙам. Һанай китһәң, ярҙамды һәр ерҙә тоябыҙ. Мәктәптә туҡланыу өсөн түләмәйбеҙ, музей, театрҙар,  балалар лагерҙары, шифаханалар бушлай. Мәктәп формаларының аҡсаһын ҡайтарыу ҙа ғаиләгә ҙур ярҙам. Беренсе класҡа барғанда мәктәп портфеле менән кәнсә тауарҙары ла кәрәк. Шуға бишенсеһен дә табырға ҡарар иттек, сөнки күп балалы йортта ҡот бар, сабыйҙар – өй йәме. Балалы ғаиләләргә ҡарата ошондай хәстәрлек өсөн ҙур рәхмәт, – тине Айгөл Ғәбделәхәт ҡыҙы.

Ғаилә башлығы “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына эйә

Ғәлиевтәр төрлө яҡлап һәләтле, тырыш булыуҙары менән һоҡландырҙы. Ҡыҙ-улдары мәктәптә тик яҡшы билдәләргә уҡыйҙар, төрлө түңәрәктәрҙә уңыштарға өлгәшәләр. Мәҫәлән, Илнар улдары профессионал кимәлдә футбол менән шөғөлләнә, Элина ҡыҙҙары бейеүҙе лә, футболды ла үҙ иткән, Эмилия ла бейеү түңәрәгенә йөрөй.

Ғөмүмән Ғәлиевтәр тотош ғаиләләре менән йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, һәр яҡлап һәләтлеләр. Ғаилә менән бергәләп ике тапҡыр фильмда төшкәндәр. Режиссер Регина Ғәлиәкбәрованың “Братья” фильмына төшөп, уңыш ҡаҙаналар, Мәскәүҙә уларға диплом тапгшырғандар.

Балаларға өлгөнө атай-әсәй күрһәтә. Был йәһәттән Айгөл менән Илнур - һоҡланғыс пар, әле дуэт менән Ғаилә йылына арнап йыр яҙҙырырға әҙерләнеп йөрөүҙәре тураһында ла белдерҙеләр. Үткән йылда ғаилә башлығы йәмәғәт палатаһының “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған.

Бына ошондай Ғәлиевтәр һымаҡ ғаиләләр күберәк булған һайын илебеҙҙең көсө лә нығый.

Ярҙам саралары артҡандан-арта

Ысынлап та, илебеҙҙә, республикабыҙҙа балалы ғаиләләргә иғтибар көсәйә.  Әйтергә кәрәк, беҙҙең республикала 59 мең тирәһе күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Балалы ғаиләләр Башҡортостанда халыҡ һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Тап улар - тотороҡло һәм һау йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе. Яуаплы, эшһөйәр, патриот булып үҫкән балалар - илебеҙҙең ныҡлы терәге. Башҡортостанда демография хәлен яҡшыртыу, балалар һәм ата-әсәләргә уңайлы шарттар тыуҙырыу республика тарафынан  ғаилә институтына комплекслы ярҙам сәйәсәтен күрһәтә.

– Илебеҙ Президенты тарафынан Ғаилә йылы иғлан ителеүе ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, уларға ярҙам итеү, әсәлек, аталыҡ, балалыҡты күтәрмәләүҙең өҫтөнлөклө бурыс булыуын сағылдыра, – тине Радий Хәбиров былтыр республиканың Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтендә. 

Шул уҡ ваҡытта уның тыуымды арттырыу буйынса ла фекере урынлы. 

– Республикалағы демографик хәл беҙҙе бик борсой. Был - иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Күп балалыҡ Башҡортостанда йәшәгән күп һанлы халыҡтарға хас сифат. Был йоланы артабан да дауам итәйек, – тине республика етәксеһе.

Дәүләтебеҙ, республикабыҙ ғаиләләр тураһында даими хәстәрлек күрә. Һәр ғаилә һәр этапта – сабый тыуғандан алып бәлиғ булғанға тиклем  ярҙамға өмөт итә ала. Төрлө ташламалар һәм пособиеларҙа, йәшәү өсөн мөһим хеҙмәттәрҙә, тауарҙар менән ярҙам итеүҙә сағыла хәстәрлек.

Мәҫәлән, республика кимәлендә  күп балалы ғаиләләрҙәге алты йәштән кесе балалар бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителә. Балалар баҡсаларына ла улар тәүге сиратта ҡабул ителә. Мәктәп уҡыусылары өсөн бушлай йәмәғәт транспортында йөрөү, туҡланыу, мәктәп формаһы  ҡаралған. Бынан тыш бындай ғаиләләргә торлаҡҡа, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләүҙә ташламалар бар. Уларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа, ер алыуҙа ярҙам күрһәтелә. Балаларға ярҙам саралары ҙур булыуы, татыу ғаилә булдырыуға юл аса. Ҡеүәтле социаль ярҙам арҡаһында, йәш ғаиләләр бала ҡарау ауыр тигән уйҙырманы юҡҡа сығара.

Һуңғы 10 йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 59 меңгә еткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. 230 меңдән ашыу балалы ғаилә төрлө ташламаларҙан файҙалана.

Республика биләмәһендә балаларға ярҙам саралары киңәйә бара. Элеккеләренә яңылары өҫтәлә. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләр ҡайҙа йәшәүгә ҡарамаҫтан,  республика йәки муниципаль дәүләт милкендәге музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай инә. Башҡортостан ҡалаларында йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙәге мәктәп уҡыусылары ҡала эсендәге автомобиль (таксиҙан тыш) һәм электр транспортында бушлай йөрөй ала.  Быйыл 1 сентябрҙән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусылары уҡыу йылы дауамында көнөнә ике тапҡыр бушлай йөрөү ташламаһын файҙалана аласаҡ.

Электән килгән ярҙам саралары ла байтаҡ. 2019 йылдан Башҡортостанда льготалы категорияға ингән ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарҙы, өс йәшкә тиклемге балаларҙы махсус туҡланыу продукттары менән бушлай тәьмин итеү буйынса программа эшләй. Бушлай аҙыҡ-түлек алыуға хоҡуҡҡа аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге, опекаға алынған өс йәшкә тиклемге балалар, йөклө һәм имеҙгән ҡатындар инә. Шулай уҡ был ярҙам махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләргә лә ҡағыла.

Республикабыҙҙың 23 меңдән ашыу кешеһе ҡоро, витаминлы ҡатнашмалар, һөт продукттары һәм башҡа төрлө ризыҡ ала. 2023 йылда аҙыҡ-түлек алыусыларҙың дөйөм һаны 32 меңдән артып киткән.

Түләү, ташламаларҙан тыш Башҡортостанда һәм илебеҙҙә ғаиләне, балаларҙы хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуйған төрлө конкурс-фестивалдәр ҙә йолаға әүерелгән.

Радий ХӘБИРОВ:

– Башҡортостан Хөкүмәте һәр ваҡыт даими рәүештә балаларҙы уңайлы шарттарҙа тәрбиәләй алыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра. Эргәлә яҡшы мәктәп, балалар баҡсаһы булдырыуҙы хәстәрләй. Йәш быуын өсөн заманса спорт һәм уйын майҙансыҡтарын төҙөй. Һау-сәләмәт, ҡыҙыҡлы шәхестәр булып үҫеп, беҙҙең вуздарға уҡырға инһендәр, үҙҙәренең ғаиләләрен ҡорһондар өсөн  барыһы ла эшләнә.

 Фото: Ғәлиевтәр ғаиләһе архивынан.

 

Бишенсе сабыйҙарын көтәләр
Бишенсе сабыйҙарын көтәләр
Бишенсе сабыйҙарын көтәләр
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас