Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә сираттағы пост ҡалдырған. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар:
“Был көндәр фән өлкәһендәге сараларға бай булды. Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьевтың визиты әһәмиәтле. Ул Евразия фән-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара кампусы эшмәкәрлеге менән танышты, БДМУ бүлексәләрендә булды һәм ғалим-медиктар менән аралашты.
Дмитрий Владимировичҡа һәм уның коллегаларына Волга буйы федераль округында үткәрелгән беренсе Робот хирургияһы үҙәгенең тикшеренеүҙәрен күрһәттеләр, улар БДМУ клиникаһының заманса ғилми лабораторияларында башҡарыла. Шулай уҡ симуляция үҙәге һәм Урология һәм клиник онкология институты эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар. Ҡунаҡтарыбыҙға молекуляр генетика, иммунология, олонло күҙәнәктәр һәм биобанк лабораторияларының эше тураһында һөйләнеләр. Лаборатория етәкселәре үҙ проекттары менән уртаҡлашты.
Беҙ БДМУ-ның Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәген дә ҡараныҡ, унда ҡунаҡтарға аллотрансплантаттар етештереү процесы күрһәтелде. Һуңынан Дмитрий Владимирович БДМУ-ның ғалим-медиктары менән аралашты. Ул хәҙерге ғалимдарҙың эшмәкәрлеге фәнни фекер үҫешенең төп йүнәлештәре буйынса ҡануниәтсе булырға тейешлеген билдәләне”, - тип яҙған Максим Забелин.
Фото: Максим Забелиндың шәхси сәхифәһенән.