Йәрмәкәй почта элемтәһе бүлексәһе почтальоны Гөлнара Шәрифуллинаға ҡарата коллективы бик ихтирамлы мөнәсәбәттә. Уның кешеләр менән аралашырға яратыуы ла үҙенең һөнәрен күңел биреп башҡарырға булышлыҡ итә.
- Бик ыңғай, башҡаларҙы хөрмәт итә белгән хеҙмәткәр ул. Ниндәй генә һауа торошо булмаһын гәзит-журналды ваҡытында өйҙәргә тарата. Кемгә ниндәй матбуғат баҫмаһын тәҡдим итергә лә белә ул. Гәзит-журналдарға яҙҙырыу буйынса ғына түгел, тауар һатыу буйынса ла үҙенең планын үтәп килә, – тип һөйләне коллегалары конкурсантыбыҙ хаҡында.
Эштә генә өлгөр түгел, ғаиләһендә лә матур, йылы мөхит булдырған. Тормош иптәше Азамат менән өс бала: ике ҡыҙ һәм бер малай үҫтерәләр. Яҡшы хужабикә, яратҡан әсәй һәм эшен ентекле башҡарған яуаплы хеҙмәткәр ул беҙҙең конкурсантыбыҙ. Уға киләсәктә лә уңыштар ғына юлдаш булһын.
Фото: Ғаилә архивынан.