Йәмғиәт
13 Июль 2024, 11:30

“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”

13 июлдә Учалыла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала көнө Һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 70 йыллығы уңайынан тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”

13 июлдә Учалыла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала көнө Һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 70 йыллығы уңайынан тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Төбәк етәксеһе учалыларҙы байрам менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

 – Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм - матур ҡала, хеҙмәтсән ҡала. Бында бик тырыш кешеләр йәшәй. Бөтә учалыларға хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен еткерәм, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Ир-егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бөтә ғаиләләргә ҙур рәхмәт әйтәм һәм баш эйәм. Егеттәребеҙ һәләк булған ғаиләләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ һәр ваҡыт Башҡортостан улдарын иҫкә аласаҡбыҙ һәм хөрмәт итәсәкбеҙ.

Республика Башлығы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә, ҡаланы төҙөкләндереүгә индергән өлөшөн билдәләне.

- Бөгөн беҙ Учалы комбинатының - федераль һәм республика әһәмиәтендәге мөһим предприятиеның 70 йыллығын билдәләйбеҙ. Уның үҫешеүенә, бында хеҙмәткәрҙәргә ихтирам менән ҡарауҙарына шатбыҙ, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Предпритие  ветерандарына рәхмәт - һеҙ беҙгә матур ҡала, иҫ киткес предприятие һәм, иң мөһиме, тормошто дөрөҫ баһалай белеү һәләтен тапшырҙығыҙ. Һеҙҙең өлгө беҙҙең өсөн бик мөһим.

Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ла яҡташтарына үҙенең ҡотлауҙарын еткерҙе. Ул комбинат коллективына Рәсәй Федерация советы Рәйесе Валентина Матвиенконың рәхмәт хатын тапшырҙы.

-Үҙенең 70 йыллығына комбинат данлы хеҙмәт уңыштары һәм социаль өлкәләге ҡаҙаныштары менән килде, – тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. - Республиканан ситтә “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре һәм “Кристалл” бал бейеүҙәре ансамблдәренең исемдәре киң билдәле. Комбинат бер көнгә лә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендәге социаль йөкләмәләре тураһында онотмай.

«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин республика етәкселегенә предприятиены үҫтереүҙә ярҙам иткәне өсөн,  комбинат хеҙмәткәрҙәренә емешле хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

Байрам майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техника күргәҙмәһен ҡараны һәм комбинат хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Бында үҙйөрөшлө тейәү-ташыу машиналары, фронталь тейәүсе, шахта самосвалдары, быраулау ҡоролмалары һәм шартлатҡыс матдәләр ташыу өсөн ярҙамсы техника тәҡдим ителгәйне.

Тантаналы саралар сиктәрендә Учалы районы хакимиәте хәрби хәрәкәттәр зонаһына ебәреү өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға «УАЗ» автомобилен һәм маскировка селтәрҙәре комплекттарын тапшырҙы.

Төбәк етәксеһе тыуған төйәгендә яраланып ял иткән яугирҙәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләне. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының барлыҡҡа килеүе Һәм үҫеше 1939 йылда Учалы баҡыр-колчедан мәғдәндәре ятҡылығы асылыуы менән бәйле. 1954 йылдың 22 июлендә СССР Төҫлө металлургия министрлығының «төҙөлөп ятҡан Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты дирекцияһын ойоштороу тураһында» бойороғо сыға. Тап ошо датанан предприятие тарихы рәсми рәүештә башлана. 70 йыл эсендә бында 280 млн тоннанан ашыу мәғдән сығарылған. Учалы ҡалаһы 1963 йылдың 1 февралендә Учалы баҡыр-колчедан ятҡылығын үҙләштергәндә, Кесе һәм Яңы Учалы ҡасабаларын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Ҡала халҡы –  38 мең кеше.

Фото: glavarb.ru

 

 

“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
“Учалыға һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас