Йәмғиәт
14 Июль 2024, 13:00

Ҡайҙа тәртип - шунда күңел тыныс

Иглиндәр "Башҡортостан ихаталары" программаһын көтөп алған. 

Ҡайҙа тәртип - шунда күңел тынысҠайҙа тәртип - шунда күңел тыныс
Ҡайҙа тәртип - шунда күңел тыныс

Элегерәк Башҡортостанда күп фатирлы йорттар ихаталарының ниндәй хәлдә булғанлығын иҫләйһегеҙме? Емерек асфальт, иҫке уйын майҙансыҡтары йәки уларҙың бөтөнләй юҡлығы, ватыҡ эскәмйәләр, ҡараңғы урындарҙа енәйәтселек сәскә ата... Ә әле? “Башҡортостан ихаталары” программаһы барып еткән урындарҙа һоҡланыуҙан башҡа бер хистәр ҙә тыумай. Картина тулыһынса ҡапма-ҡаршылыҡлы: өр-яңы асфальт түшәлгән, тротуарҙар һәм бордюрзар эшләнгән, машина ҡуйыу өсөн парковкалар киңәйтелгән, балалар өсөн хәүефһеҙ резина япмалы яңы уйын майҙансыҡтары ҡуйылған, шунда уҡ спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар бар. Ихатаға ҡуйылған яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү системалары насар уйлы кешеләрҙе ҡыуа. Бер һүҙ менән әйткәндә, был урында йәшәге, эшләге һәм ижад итке килә.

Хәтерегеҙҙә булһа, был проектты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаға килеүенең тәүге йылдарында уҡ башлағайны. Программаның үҙенсәлеге нимәлә? “Башҡортостан ихаталары” бик киң проект, ул бар Башҡортостанды үҙ эсенә ала. Һәм хәҙер, пандемия менән көрәш, санкциялар баҫымы, МХО барыуына ҡарамҫтан, республика был программа өсөн аҡса таба һәм тирә-яҡты йәмләндереү эшен дауам итә.

Йәнә шуныһы мөһим: ихата биләмәләрен төҙөкләндереү республика бюджеты иҫәбенә алып барыла. Бындай эште күп субъекттар башҡармай.

Дөйөм алғанда, “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә 2019 йылдан барлығы 1 326 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Быйыл 33 муниципалитетта тағы ла 143 ихата тәртипкә килтерелә. Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был маҡсатҡа 1 миллиард 84 миллион һум аҡса бүленә.

Радий Хәбиров "Башҡортостан ихаталары" программаһын торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өлкәһендә иң яҡшы проект тип атаны:

"Ихаталарҙың барыһын да тәртипкә килтерергә кәрәклеген яҡлап сығам. Шунда уҡ подъездар яһағыҙ, ҡыйыҡты тәртипкә һалығыҙ, фасадтарҡуйығыҙ. Был программаны мотлаҡ дауам итербеҙ. Мөмкин булһа, күрше биләмәләрҙе ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүлергә тырышырбыҙ”.

Шуныһы мөһим, ҙур эштәр Өфөлә һәм ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, ауыл райондарында ла алып барыла. Мәҫәлән, Иглин районы ихаталары ла яңыра.

2019 һәм 2020 йылдарҙа район үҙәгендә программа буйынса Горький һәм Почта урамдарында асфальт һалынды, яҡтыртҡыстар, яңы эскәмйәләр һәм сүп-сар контейнерҙары ҡуйылды. Автомобилселәрҙең парковка урындары, балаларҙың иһә хәүефһеҙ япмалы кәртәләп алынған заманса балалар майҙансығы барлыҡҡа килде.

Сираттағы ҙур эштәр Иглин ауылында Калинин районындағы өс ихатала һәм Оло Тәләк ауылында Ленин – Чехов – Еңеү урамдары ихатаһында башҡарыла. Ул саҡта дөйөм эштәр хаҡы 13 миллион һум тәшкил итә.

Беҙ фотохәбәрсе менән Калинин урамындағы ихаталарҙы барып күрҙек. Бындағы иҫке ихаталар сағыу, төҙөкләндерелгән биләмәгә әүерелгән. Ремонтҡа тиклем унда урамда иҫке бәҙрәфтәр, иҫке гараждар торған, 60-70-се йылдарҙа уҡ һалынған асфальт япмаһы туҙған ине. “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса ихаталарҙа яңы асфальт, балалар һәм спорт зоналары, уңайлы кер элеү майҙансыҡтары, ял өсөн эскәмйәләр һәм урналар барлыҡҡа килгән. Ә иҫке ҡаралтылар йә һүтеп алынған, йә ремонтланған. Йорттар эргәһендә уңдырышлы ҡара тупраҡ килтерелгән һәм сәскә ултыртыу өсөн бәләкәй баҡсалар ойошторолған, шулай уҡ был ерҙәрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә халыҡ миләш үҫентеләрен ултыртҡан. Ошонда уҡ Иглинда тәүгеләрҙән булып сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылған.

Ремонтҡа бер нисә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, ул әле һаман матур һәм сағыу. Калинин урамындағы ихатаға балалар һәм үҫмерҙәр уйнарға һәм шөғөлләнергә килә, ә өлкән йәштәгеләр кистәрен саф һауа һуларға ярата.

Балалар майҙансығында уйнап йөрөгән туғыҙ йәшлек Тимур Яҡупов үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Элек бында күңелһеҙ ине. Әсәйем менән уйнарға тип алыҫҡа йөрөй торғайныҡ. Ә үҙебеҙҙең ихатаға ремонт яһағас, башҡалар беҙгә килә башланы. Миңә иң нығы уйын майҙансығы оҡшай. Унда көн һайын тиерлек сығып уйнайым. Йығылып китһәң дә ҡурҡыныс түгел, япма йомшаҡ, ауыртмай бер урын да. Ситтән килгән малайҙар яңылыш боҙоп ҡуймаһын тип тикшерәбеҙ, уны оҙағыраҡ матур хәлдә һаҡларға тырышабыҙ, – тине ул.

Подъезд алдында ял итеп ултырған Фәниә инәй ҙә һөйләшеүгә ҡушылды.

– Беҙҙең бындағы йорттар ике ҡатлы ғына булһа ла, ихатабыҙға ҙурҙан ошондай ремонт яһанылар. Бының өсөн Радий Хәбировҡа һәм республика етәкселегенә бик рәхмәтлебеҙ. Кистәрен дә яҡты бында, йәштәр ҡараулы һәм тәртипле генә йөрөй. Балалар иһә тәҙрә төбөнә генә сығып, рәхәтләнеп уйнай ала. Йәшәгән ерең тәртиптә булһа, күңел дә тыныс була ул. Программа артабан да ошолай гөрләп эшләп торһон, – ти ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

 

Ҡайҙа тәртип - шунда күңел тыныс
Ҡайҙа тәртип - шунда күңел тыныс
Ҡайҙа тәртип - шунда күңел тыныс
Ҡайҙа тәртип - шунда күңел тыныс
Ҡайҙа тәртип - шунда күңел тыныс
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас