Йәмғиәт
14 Июль 2024, 16:15

Иң шәптәр асыҡланды!

14 июль - Рәсәй почтаһы көнө уңайынан барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, бәхетле тыныс тормош теләйбеҙ!  Ошо байрам айҡанлы "Башҡортостан" гәзите төркөмө үткәргән "Үҙ эшенең оҫтаһы" конкурсына килгәндә инде, бына ул - еңеүселәр!

Иң шәптәр асыҡланды!Иң шәптәр асыҡланды!
Иң шәптәр асыҡланды!

Хөрмәтле дуҫтар! 14 июль, Рәсәй почтаһы көнө айҡанлы, төркөмөбөҙҙә сираттағы ҡыҙыҡлы конкурсты иғлан иткәйнек. Ул "Үҙ эшенең оҫтаһы" тип аталды. Башҡортостандан бер төркөм иң егәрле һәм иң тырыш почтальон үҙ-ара көс һынашты. Бәйге һуңғы көнгәсә шул хәтлем сәмле барҙы.

Шулай итеп, конкурста иң күп тауышты Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы почтальоны Зоя Корнилова йыйҙы һәм I урынды алды.

Лиза Ғәбитова (Әбйәлил районының Амангилде һәм Үтәгән ауылдары почтальоны) II урынға сыҡты,

ә Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылында почтальон булған Гөлнара Шәрифуллина иһә  III урынды яуланы.

Ошо бәйгелә ҡатнашҡан гәзит-журнал таратыусыларҙы, ғөмүмән, бөтә почтальондарҙы ла күркәм байрамдары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған эшегеҙҙә тик уңыштар теләйбеҙ!

Еңеүселәрҙе ошо һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ.

https://vk.com/app7198399_-104965500#poll668582e3458f..

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас