Йәмғиәт
15 Июль 2024, 06:00

Коллегабыҙҙың улы тыуҙы!

Ихлас ҡотлайбыҙ! Бәпескә исемде кем ҡушасаҡ?

Коллегабыҙҙың улы тыуҙы!Коллегабыҙҙың улы тыуҙы!
Коллегабыҙҙың улы тыуҙы!

"Башҡортостан" гәзите коллективы ҡыуаныслы ваҡиға кисерә: коллегабыҙ Рузилә Ҡолөмбәтованың өсөнсөгә улы тыуған. Салауат һәм Самат улдары янына баһадирҙай ҡустылары донъяға килде. Бәләкәстең ауырлығы - 3850 грамм, оҙонлоғо - 53 сантиметр. 

Салауат улына исемде - ҡәйнәһе, ә Саматҡа әсәһе ҡушҡан. Ә был улыбыҙға атаһы ҡушасаҡ, ти бәхетле әсәй.

Рузилә менән Азамат Ҡолөмбәтовтарҙы ихлас күңелдән тағы ла әсәй-атай булыуҙары менән ҡотлайбыҙ һәм улдарының һау-сәләмәт, ата-инәле, өлөшлө, даланлы булып үҫеүен теләйбеҙ!

Фото: Рузилә Ҡолөмбәтованың шәхси архивынан.

Коллегабыҙҙың улы тыуҙы!
Коллегабыҙҙың улы тыуҙы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас