-2 °С
Ҡар
Балтас районынан махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусы “Ява” позывнойлы яугирҙең ғаиләһендә оло шатлыҡ – сабыйҙары донъяға килде, тип хәбәр итә “Балтас таңдары”.
Ата-әсә улдарына Әмир тигән матур исем ҡушҡан.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев та был күңелле ваҡиғанан ситтә ҡала алманы, әлбиттә. Ғаиләне шатлыҡтары менән ҡотлап, сабыйға сәләмәтлек, ә Инзилә Барый ҡыҙына ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләне. Беҙ ҙә ғаиләгә бәхет, именлек һәм уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Балтас таңдары".