Республика халҡы сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа ваҡытлыса йәшәгән урыны буйынса ла тауыш бирә аласаҡ. Бындай мөмкинлек менән 2024 йылдың 6, 7 йәки 8 сентябрендә теркәлеү урыны буйынса булмаған, әммә Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә йөрөгән граждандар файҙалана ала. Мәҫәлән, командировкала булғандар, икенсе ҡалала уҡығандар, дауаханаға ятырға ниәтләгәндәр, отпускыға киткәндәр, теркәлеү урыны буйынса йәшәмәгәндәр, аҙ хәрәкәт иткән һайлаусылар өсөн ҡулайлаштырылған тауыш биреү бинаһы булған икенсе һайлау участкаһында тауыш бирергә теләгәндәр.
Бының өсөн граждандың ваҡытлыса йәшәйәсәк урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза бирергә кәрәк. Уны өс юл менән башҡарырға мөмкин:
Теләһә ниндәй территориаль һайлау комиссияһына, Күп функциялы үҙәккә, участка һайлау комиссияһына ғариза биргәндә Рәсәй Федерацияһы гражданының паспортын күрһәтергә кәрәк (паспортты алмаштырыу осоронда – фотоһүрәте булған ваҡытлыса шәхес танытмаһы).
Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына – ауыл һәм ҡасаба Советтарына, муниципаль райондар һәм ҡала округтары Советтарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ҡулланылмай.
Фото: ufimnivy.ru