Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм депутаттар Баймаҡ районында эш сәфәрендә булды.
Ҡунаҡтар «Экопродукт» йәмғиәте, балалар поликлиникаһы эше менән танышты. Мәктәп бинаһына капиталь ремонт талап ителгән 2-се мәктәпте ҡаранылар. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында белем биреү учреждениеһын модернизациялау һөҙөмтәләре менән таныштылар.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында Константин Толкачев район активы менән осрашыу үткәрҙе, төбәк министрлыҡтары менән берлектә халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Фото һәм сығанаҡ: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.