Йәмғиәт
17 Июль 2024, 14:10

Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала

Бөгөн эш сәфәре менән Хәйбулла районына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫары Илшат Тажетдинов һәм Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм депутаттар килде.

Республика парламенты рәйесе – ХәйбуллалаРеспублика парламенты рәйесе – Хәйбуллала
Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала

Бөгөн эш сәфәре менән Хәйбулла районына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫары Илшат Тажетдинов һәм Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм депутаттар килде.

Рәсми делегация иң башта 1-се Аҡъяр урта мәктәбен ҡараны. Район хакимиәте һәм мәғариф идаралығы вәкилдәре бинаға ремонт һәм яңы аҙыҡ-түлек блогы булдырыу кәрәклеге тураһында аңлатты һәм республика етәкселегенән был мәсьәләне тиҙерәк хәл итеүҙә ярҙам һораны. Ҡунаҡтар «Таналыҡ» бассейны, Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Хәйбулла участкаһының базаһы, 3-сө Аҡъяр мәктәбе менән таныштылар. Артабан район хакимиәтендә ауыл биләмәләре башлыҡтары, депутаттар, мәктәп директорҙары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу үтте.

Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән.

Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала
Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала
Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала
Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала
Автор:Карима Усманова
Читайте нас