Йәмғиәт
17 Июля 2024, 09:30

Яугирҙәргә кипкән ҡорот ебәрәләр

Һәр хужабикәнең үҙенең генә әҙерләү сере бар. Мәҫәлән, Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында йәшәгән Әлфирә Бикбова... 

Яугирҙәргә кипкән ҡорот ебәрәләрЯугирҙәргә кипкән ҡорот ебәрәләр
Яугирҙәргә кипкән ҡорот ебәрәләр

Махсус хәрби операция башланғас та Хәйбулла районы уңғандары иң тәүгеләрҙән булып яугирҙәргә кипкән ҡорот эшләп оҙатты.

Бөгөн уларҙың башланғысын күп район һәм ҡала халҡы ҡабул итте һәм гуманитар ылау һайын яҡташтарыбыҙға киптерелгән, ыҫланған ҡороттар оҙатыла.

Һәр хужабикәнең үҙенең генә әҙерләү сере бар. Мәҫәлән, Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында йәшәгән Әлфирә Бикбова ҡоротҡа тәмләткестәр ҡушып ҡоро иҙмә яһап, бәләкәй ҡапсыҡтарға тултырып әҙерләй.

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә тыуған яҡ күстәнәсе еңеүгә көс-ҡеүәт өҫтәһен!

Фото: "Родной тыл. Хайбулла" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас