Йәмғиәт
19 Июль 2024, 14:45

Айҙар Бәҙғетдинов журналистар менән осрашты

"Совет районын Өфөнөң йөрәге тип атайҙар, ә Матбуғат йортон беҙҙең райондың йөрәге тип әйтһәк, һис тә арттырыу булмаҫ", – тине Совет районы хакимиәте башлығы. 

Айҙар Бәҙғетдинов журналистар менән осраштыАйҙар Бәҙғетдинов журналистар менән осрашты
Айҙар Бәҙғетдинов журналистар менән осрашты

Бөгөн Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто журналистары менән осрашыуҙа ҡатнашты. Сара Матбуғат йортонда үтте.

Айҙар Рафаил улы Совет районының эшмәкәрлеге, баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына әҙерлек эштәре барышы менән таныштырҙы. Матбуғат йорто тап ошо биләмәлә урынлашҡан, шуға күрә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһына төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткәндә район хакимиәте менән берлектә эшләргә тура килә. Был йәһәттән Айҙар Бәҙғетдинов та, нәшриәт йортоноң  Редакция-нәшриәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков та үҙ-ара эшмәкәрлектең тулы ышанысҡа ҡоролоуын билдәләне.

– Совет районын Өфөнөң йөрәге тип атаһалар, Матбуғат йортон беҙҙең райондың йөрәге тип әйтһәк, һис тә арттырыу булмаҫ, – тине хакимиәт башлығы.

Айҙар Рафаил улы республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы Матбуғат йортонда башланасаҡ капиталь ремонт менән ҡыҙыҡһынды, район хакимиәте яғынан тейешле ярҙам, иғтибар буласағын белдерҙе. 

Хакимиәт башлығы барыбыҙ өсөн дә төп темаларҙың береһе булған махсус хәрби операцияға бәйле хәлдәргә лә туҡталды. Ул шәхсән үҙе МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам алып барыуҙа ҡатнашып тора, шулай уҡ хакимиәттә ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе, уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итеүҙәр ойоштора. Был йәһәттән Совет районы хакимиәте етәкселеге тарафынан тейешле ярҙам, иғтибар булдырылыуын айырып билдәләне.

Айҙар Рафаил улы гуманитар ярҙамға ҡушып, яугирҙәргә нәшриәт йортонда донъя күргән баҫмаларҙы алып барырға тәҡдим итте.

– Унда, күп осраҡта элемтә бәйләнеше булмаған шарттарҙа, баҫма матбуғат бик ҡәҙерле бүләк буласаҡ. Һалдаттарға тыуған яҡтан килгән һәр сәләм ҡәҙерле, - тип билдәләне ул.

Нәшриәт йорто етәкселеге үҙ ҡарамағындағы гәзит-журнал редакцияларының илһөйәрлек темаһына, махсус хәрби операция геройҙарына ҙур урын бүлеүе, журналистарҙың бер нисә тапҡыр МХО биләмәһенә командировкаға барып ҡайтыуы, гуманитар ярҙам акцияларында әүҙем ҡанашыуы, Матбуғат йортонда маскировкалау селтәре үреү эшенең ойошторолоуы тураһында һөйләне.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы һәм автор фотолары. 

Айҙар Бәҙғетдинов журналистар менән осрашты
Айҙар Бәҙғетдинов журналистар менән осрашты
Айҙар Бәҙғетдинов журналистар менән осрашты
Айҙар Бәҙғетдинов журналистар менән осрашты
Айҙар Бәҙғетдинов журналистар менән осрашты
Айҙар Бәҙғетдинов журналистар менән осрашты
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас