Йәмғиәт
23 Июль 2024, 01:00

Алты бала атай-әсәйһеҙ ҡалған

Өс малай һәм өс ҡыҙ улар - Айнур, Айгөл, Айрат, Азалия, Айһылыу, Айҙар.

Алты бала атай-әсәйһеҙ ҡалғанАлты бала атай-әсәйһеҙ ҡалған
Алты бала атай-әсәйһеҙ ҡалған

Башҡортостанда бер туған өс малай һәм өс ҡыҙ өсөн ғаилә эҙләйҙәр. Балаларҙың анкетаһын республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы баҫтырып сығарҙы.

Иң өлкәне - 9-сы класты тамамлаған Айнур. Ул колледжда уҡыуын дауам итергә ҡарар иткән.

Апайҙарының иң өлкәне - 14 йәшлек Айгөл. Ул бөтә бәләкәстәр тураһында хәстәрлек күрә. Киләсәктә ашнаҡсы-кондитер булырға хыяллана, шиғырҙар һәм детективтар ярата.

12 йәшлек Айрат ҡыйыулығы менән айырылып тора, спорт менән мауыға һәм техниканы яҡшы белә. 

Туғыҙ йәшлек Азалия тыйнаҡ холоҡло һәм һүрәт төшөрөү оҫталығына эйә. Ҡыҙ һәр ваҡыт яңы шөғөлгә өйрәнергә тырыша.

Иң кеселәре — Айһылыу һәм Айҙар. Уларға алтышар йәш. Әле мәктәпкә әҙерләнәләр һәм тиҙҙән беренсе класҡа барасаҡтар, быны түҙемһеҙлек менән көтәләр.

Анкетала әйтелгәнсә, алты бер туған ихлас, алсаҡ һәм яҡшы киләсәккә ышаналар. Улары яратҡан атай-әсәй тураһында хыялланалар.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Өфөлә 8 (347) 218-03-62 телефоны аша белергә мөмкин. 

Сығанаҡ: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас