Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы тәбиғәт ҡомартҡылары өлтөк ҡарағастар биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм һәләк булғандарға арнап обелиск асылған. Уны хаҡлы ялдағы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Клара Абдуллина үҙ көсө менән төҙөткән.
Сарала райондың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы ағзалары, тыл ветерандары, бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән ололар, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың һәм улдарын юғалтҡан әсәләр ҡатнашҡан.
40-тан ашыу кеше өлтөк ҡарағастар менән "һөйләшеп", әсәйҙәр улдарының һау ҡайтыуын, ейәндәренең атай-әсәйле булыуын теләгән. Сара аҙағында махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарына арнап аят бағышланған. Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Элиза Ҡунафина Клара Хатап ҡыҙына район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырған.
Белеүегеҙсә, 2020 йылдың көҙөндә Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы тәбиғәт ҡомартҡылары тип һаналған 11 өлтөк (бөҙрә) ҡарағасты билдәһеҙ кешеләр олононан ике яҡлап ҡырҡҡан ине. Был хәл бөтә республика халҡын шаҡ ҡатырҙы, уникаль ҡарағастарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө саралар күрелгәйне. Улар яҙға тағы япраҡ ярҙы, әммә берәүһе ҡороно.
Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзитенән.