Йәмғиәт
27 Июль 2024, 12:00

Утыны ла, бесәне лә кәрәк

Яугирҙәрҙең ғаиләләре онотолмай

Утыны ла, бесәне лә кәрәкУтыны ла, бесәне лә кәрәк
Утыны ла, бесәне лә кәрәк

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең ғаиләләренән был осорҙа аҙ сабырлыҡ талап ителмәй.  Ауыр саҡтарында хакимиәт, яҡташтарының иғтибары уларға айырыуса мөһим.

Һәр тарафтан төрлө миҫалдар килтерергә мөмкин. Ишембай районының Скворчиха ауылынан ире махсус хәрби операцияла йөрөгән Оксана Герттың ғаиләһе лә ярҙам тоя. Был ғаиләлә биш бала. Тәүге икәүһе үҫеп үҙаллы эшләп йөрөй. Ҡалғандары әсәйҙәре эргәһендә.

– Тормош иптәшем хәҙер ике йылға яҡын инде махсус хәрби операцияла. Уның өйҙә булмауы, әлбиттә, еңел түгел. Шуға беҙҙең берҙән-бер теләк – иҫән-һау өйгә ҡайтһын. Һуғыш тиҙерәк тамамланһын. Ауыл хакимиәтенән хәлебеҙҙе белешәләр. Ҡышын йорт эргәһен ҡарҙан таҙартып торҙолар. Былтыр утын, бесән килтерҙеләр. Яңы йорт төҙөү менән мәшғүлбеҙ, ҡом кәрәк булғас, уны ла килтерҙеләр. Иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар, – тип һөйләне Оксана Ивановна.

Герт ғаиләһе үҙҙәре лә тырыш. Ике һыйыр аҫрайҙар, баҡсала ла эш етерлек. Ауырлыҡтарға һынмай, ғаилә башлығын сабыр ғына көтәләр.

Сәлимә ГЕРАСИМЕНКО (Скворчиха ауыл биләмәһе башлығы):

– Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә хәлдәрен һорашып торабыҙ. Ҡышҡы осорҙа йорт тирәләрен ҡарҙан таҙартабыҙ. Былтыр Скворчиха, Яңы Николаевка ауылдарынан биш ғаиләгә бушлай утын килтерҙек. Ауыл егеттәренең һәм “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығының тырышлығы менән бер ғаиләгә бесән,  төҙөлөш өсөн ҡом килтереп тә уларҙың үтенесен башҡарҙыҡ. Фермерыбыҙ техникаһы менән дә ярҙам итә. Яугирҙәрҙең ғаиләләре барыһы ла күҙ уңында. Отпускыға ҡайтҡан мәлдәрендә осрашыуға саҡырабыҙ.  Алаҡай клубында бер яугиребеҙ  һәм балалар менән бик әһәмиәтле сара үтте. Һалдаттың Геройҙар аллеяһына ағас ултыртыуы ла осрашыуҙы йәмләне. Был хәҙер матур йолаға әүерелде. Скворчиха яугире лә ағас ултыртып, ошо изге эште башҡарҙы. Яугирҙәргә гуманитар ярҙамды ла әленән-әле оҙатабыҙ.

 Фото: ауыл хакимиәтенән.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас