Йәмғиәт
29 Июль 2024, 15:30

Гидротехник ҡоролмалар тикшерелә

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә гидротехник ҡоролмалары эшен һәм ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләләре тикшерелде.

Гидротехник ҡоролмалар тикшереләГидротехник ҡоролмалар тикшерелә
Гидротехник ҡоролмалар тикшерелә

 – Бигерәк тә Урал яръяғы райондарында хәлдәр ҡатмарлы. Бында гидротехник ҡоролмаларҙың насар булыуы Баймаҡ районының Темәс һәм Ишәй ауылдарында күперҙәрҙең емерелеүенә һәм райондарҙа башҡа төрлө эҙемтәләргә килтерҙе. Уларҙы бөтөрөү һәм һыу баҫыуға юл ҡуймау буйынса шунда уҡ саралар ҡабул ителде. Зыян күргән объекттарҙы тергеҙеү өсөн эшсе төркөм булдырҙыҡ. Ямғырлы һауа торошо арҡаһында ҡатмарлы хәл һаҡлана, шуға ла мәсьәләне айырым контролдә тоторға кәрәк, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Министрҙар кабинеты етәксеһе Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре менән берлектә төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге автомобиль юлдарында күпер ҡоролмаларының техник торошон баһалауҙы йөкмәтте.

– 1 ноябргә тиклем гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса оҙайлы сроклы программа әҙерләргә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Финанс министрлығы менән берлектә 1 сентябргә тиклем Гидротехник ҡоролмаларҙы файҙаланыу Буйынса идаралыҡтың махсуслаштырылған техникаһын тулыландырыуға аҡса бүлеү мәсьәләһен тикшерергә. Был һыу объекттарында килеп тыуған аварияларҙы оператив рәүештә бөтөрөү буйынса кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Премьер-министр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк Башлығы Радий Хәбиров 29 июлдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ике аҙна эсендә ташҡын зыянын баһаларға һәм тергеҙеү эштәренә тотонорға ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас