Йәмғиәт
29 Июль 2024, 15:20

Уртаса 78 йәшкәсә йәшәргә тейештәр

Республиканың гериатрия хеҙмәте 44 амбулатория гериатрия кабинетын, 205 койкалыҡ стационар звеноны һәм Республика гериатрия үҙәген үҙ эсенә ала.

Уртаса 78 йәшкәсә йәшәргә тейештәрУртаса 78 йәшкәсә йәшәргә тейештәр
Уртаса 78 йәшкәсә йәшәргә тейештәр

Башҡортостан “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль программаһында ҡатнашҡан илдең тәүге ете субъекты иҫәбенә инде. Республика Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Зиннурова ошо хаҡта һөйләне.

– Ололар менән эшләүҙә төп баҫым – хроник ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм сәләмәтлек күрһәткестәрен әүҙем күҙәтеү, – тип хәбәр итте Гөлнара Зиннурова. – “Өлкән быуын” федераль проектына профилактик медицина тикшереүҙәре, диспансерлаштырыу һәм диспансер күҙәтеүҙәре инә.

Гериатрия табиптарында тикшереү үткән өлкән йәштәге пациенттарҙың һаны даими арта бара. 2023 йылда ғына 55 меңдән ашыу сирле – амбулатор, тағы ла 5 меңгә яҡыны стационар ярҙам алған.

Республиканың гериатрия хеҙмәте 44 амбулатория гериатрия кабинетын, 205 койкалыҡ стационар звеноны һәм Республика гериатрия үҙәген үҙ эсенә ала.

Гөлнара Зиннурова кадрҙар әҙерләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. Медицина учреждениеларында гериатрия йүнәлеше буйынса белгестәр 90 процент тәшкил итә.

2024 йылдан Башҡортостан 14 күп профилле стационарҙа гериатрия кабинеттарын ойоштороу буйынса пилот проектында ҡатнаша.

– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөкләмәһенә ярашлы, 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығы 78 йәштән кәм булмаҫҡа тейеш. Әлегә республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәштән уҙҙы. Алдыбыҙҙа ябай булмаған бурыс тора. Ошо йәһәттән оло йәштәгеләргә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеүҙе яйға һалыу ҙур әһәмиәткә эйә, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас