Йәрмәкәй районында “Тарказинский” агропроизводство комплексы ошо төбәктә йәшәүселәрҙе эшле иткән хужалыҡ. Хеҙмәткәрҙәр араһында йәш егеттәрҙе күреү айырыуса шатландырҙы. Беҙ барғанда баҫыуҙа шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, иген баҫыуҙарында химик утау бара ине.
Эштән ялға туҡтаған арала уларҙың береһе – Тарҡаҙы ауылы егете Хәмит Ғәниев менән бер аҙ һөйләшеп алыу форсаты тейҙе. Хәмиткә 25 йәш. Ул армияла хеҙмәт итеп өлгөргән, һалдат бурысын инженер ғәскәрҙәрендә үтәгән. Был хужалыҡта ул механизатор булып эшләй. Киләсәктә ауылында төпләнергә уйлай.
– Эшем оҡшай. Хеҙмәт хаҡы ла яҡшы, Себерҙәге һымаҡ түләйҙәр. Атайым да тракторсы-механизатор булғас, бала саҡтан техника менән ҡыҙыҡһындым, – тип һөйләне ул.
Йәштәрҙе үҙҙәренә йәлеп итерлек шарттар тыуҙырған хужалыҡ һоҡланыу уята. Уның башҡарма директоры Радик Шәфиев әйтеүенсә, быйылғы йыл үҫемлекселек өсөн еңелдән килмәгән.
– Апрель айында 30 градуслы эҫелек булды, иген сыға башлағас, киреһенсә ҡапыл һыуытты, башаҡ тулышҡанда йәнә көндәр ҡоро торҙо. Шулай ҙа сәсеүлектәр бирешмәҫ, тибеҙ, яҡшы уңышҡа өмөт итәбеҙ, – тине ул.
Хужалыҡта 300 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө, 700 гектарҙа көнбағыш, 200 гектарҙа ҡаты бойҙай, 250 гектарҙа ярауай бойҙай, 200 гектарҙа арпа, 130 гектарҙа ҡарабойҙай, 150 гектарҙа борсаҡ сәселгән. 1200 гектарҙан ашыу майҙанды ужым бойҙайы менән арышы биләй. Быйыл тәүге тапҡыр ҡаты бойҙай сәселгән, һатыу хаҡы ҡиммәтерәк булғас, уны үҫтереүе лә отошло. Былтыр сәсеүлек майҙаны 1700 гектар булған, күп йыллыҡ үләндәр майҙанын эшкәртеү иҫәбенә быйыл уны байтаҡҡа арттырғандар.
Хужалыҡтың яңы ҡеүәтле техникаһы ла иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Быйыл ғына 72 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы, ҡормалдары алынған. Ҡеүәтле, заманса сәсеү комплексы, тракторҙар уңыш сифатына ла йоғонто яһай.
Баҫыуҙағы эш менән генә сикләнмәйҙәр. Машина-трактор оҫатаханаһын ремонтлағандар, иген келәте төҙөйҙәр, яҡын киләсәктә яңы иген таҙартыу комплексын һалыу ниәттәре лә бар.
Ауылға ярҙам итеү тураһында ла онотмай хужалыҡ. Тарҡаҙы ауылында парк төҙөүҙә бағыусы булғандар, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә лә ярҙам күрһәтәләр, ауылдағы пенсионерҙарға ла техника менән бушлай булышлыҡ итәләр.
Ергә ысын хужа булып, йәнтөйәгенә файҙа килтереп йәшәгән ошондай ир-егеттәр киләсәгебеҙҙең тотҡаһы.
Автор фотолары.