Йәмғиәт
30 Июль 2024, 09:30

Еңеүселәр билдәле!

2024 йылда йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү буйынса Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды.

Еңеүселәр билдәле!Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!

Ошо конкурсҡа 8 майҙан 10 июнгә тиклем ғаризалар ҡабул ителгәйне. Йәмғеһе 143 ғариза бирелгән. Уларҙың 29-ы Башҡортостан Башлығы гранттары фонды конкурстарында беренсе тапҡыр ҡатнашҡан. Конкурс комиссияһы 143 ғаризанан 121 ғаризаны конкурсҡа индерергә һәм бойондороҡһоҙ экспертизаға ебәрергә ҡарар иткән.

– Был миҙгелдең йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеү конкурсының үҙенсәлеге – оҙаҡ ваҡыт тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙың артыуы. Улар иҫәбендә, мәҫәлән, йәштәр киңлектәрен булдырыу тора. Бындай проекттарҙы беҙ иң һөҙөмтәле тип иҫәпләйбеҙ, – тине конкурс комиссияһы рәйесе Шамил Вәлиев.

Еңеүселәр иҫәбенә 27 ойошма ингән. Уларҙың 12-һе – Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды конкурстарында тәүге тапҡыр ҡатнашыусылар. Финанслауҙың дөйөм суммаһы 40 миллион һум тәшкил итә.

Проекттар 2024 йылдың октябренән тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән https://грантыглавы102.рф. сайтында танышырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды 629 проектҡа ярҙам иткән. Уларҙың дөйөм суммаһы 1384 миллион һум тәшкил итә.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас