ЙӘМӘҒӘТ КИҢЛЕГЕ
Балаҡатай районындағы Яңы Балаҡатай ауылы күҙгә күренеп күркәмләнә. Юлдарға асфальт түшәлә, бөгөн бер урында ла соҡор-саҡырлы ерҙе осратырмын тимә, заманса тротуарҙар һалына, йәш үҫентеләр ултыртыла. Улай ғына ла түгел, парктар, балалар майҙансыҡтары, скверҙар, ҡыҫҡаһы, ял итеү урындары икенсе һулыш ала. Мәҫәлән, район үҙәгендәге "Нефтсе" паркы бынан бер нисә йыл элек тулыһынса үҙгәртеп ҡоролған.
Әйткәндәй, ауылдарҙы төҙөкләндереү булһынмы, ял урындарын күркәмләндереү тиһеңме, ошо матур ҙа, ҡыҙыҡлы ла башланғыстарҙың бөтәһе лә Башҡортостан Башлығының оло хәстәрлеге һәм ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр тигән мәҡәлде эш девизы итеп алдыҡ та беҙ ҙә әлеге хозурлыҡ иленә сәйәхәт ҡылдыҡ. Беренсенән, "Нефтсе" паркын танымай үтеп китеү мөмкин түгел, ул әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра. Икенсенән, бында килеп инеү менән матурлыҡ донъяһына сумаһың.
Энгель Зариповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был урынға кем һәм ҡасан килһә лә, рәхәтләнеп ял итә аласаҡ, эскәмйәләр уңайлы итеп эшләнгән, ағастар буй еткерә, электр бағаналары ултыртылған, тимәк, эңер төшкәс, кискеһен дә килергә мөмкин.
Үҙҙәрен Вадим һәм Марат тип таныштырған үҫмерҙәр менән әңгәмәләштек. Яңыраҡ сәләмәтлекте нығытыу лагерынан ҡайтҡас та, бында йүгергәндәр. Улар мини-футбол уйнарға әүәҫ икән. Бүтән тиҫтерҙәре йыйылыу менән сәмле уйынды башлаясаҡтар.
Шул иғтибарға лайыҡ, йәмәғәт киңлектәрендә тәртип Рәсәй Президентының "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.
Паркта футбол, баскетбол, волейбол һәм мини-футбол майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, хатта скейт-парк та бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр кемгә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырылған.
Беҙ балалар майҙансығында ла булырға өлгөрҙөк. Илона Нафиҡова әйтеүенсә, балалары был урынға килергә ашҡынып тора, улы ла, ҡыҙы ла күңелдәре булғансы уйнай, йүгерә, шаяра. Башҡалар ҙа республика етәксеһенә оло рәхмәтле.
ФЕКЕР
Андрей КЛЫКОВ, Балаҡатай район Советы рәйесе:
– Парк тулыһынса үҙгәртеп ҡоролдо, хәҙер иһә ул "Нефтсе" тигән исемде ғорур йөрөтә. Шуға ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ, район үҙәгендә йәшәүселәрҙең дә, ҡунаҡтарҙың да ял итер урындары бар. Ысынлап та, был урындан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй. Һабантуйҙы ла ҡайһы саҡ хәтерләтеп ҡуя әле ул. Киләсәктә лә ошо йүнәлештәге эштәр мотлаҡ дауам ителәсәк. Мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – йәшәйештә кешеләргә уңайлыҡтар тыуҙырыу, ял урындарын даими төҙөкләндереү.