Йәмғиәт
30 Июль 2024, 12:25

Урындағы инфраструктураға баһа бирҙеләр

“Алға“ махсус иҡтисади зонаһы резиденттары уларҙы 4,8 балға баһаланы.

Урындағы инфраструктураға баһа бирҙеләрУрындағы инфраструктураға баһа бирҙеләр
Урындағы инфраструктураға баһа бирҙеләр

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләре ошо хаҡта хәбәр итә. Респонденттар майҙансыҡтарҙа буш майҙандар һәм инфраструктура булыуын, дәүләт ярҙамы сараларының һөҙөмтәлелеген, шулай уҡ идара итеүсе компанияның хеҙмәтләндереү сифатын баһаланы.

Һорау алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, идара итеүсе компанияның эшенә, булдырылған инфраструктураның сифатына һәм дәүләт ярҙамы сараларын алып булыуға юғары баһа бирелде. Резиденттар билдәләүенсә, “Алға“ махсус иҡтисади зонаһында бизнесты уңайлы алып барыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Бөгөн “Алға“ның резиденты статусына 22 компания эйә. Уларҙа инвестицияларҙың дөйөм күләме 65 миллиард һум самаһы.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас