Йәмғиәт
31 Июля 2024, 15:45

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә ниндәй саралар көтөлә?

2024 йылда "Патриот" паркы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн үткәреү буйынса төп майҙансыҡ буласаҡ.

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә ниндәй саралар көтөлә?Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә ниндәй саралар көтөлә?
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә ниндәй саралар көтөлә?

2 августа тантаналы саралар 10:00 сәғәттә Еңеү паркында, 11:15 сәғәттә “Тулҡын” паркында сәскә һалыуҙан башлана.

Шулай уҡ 09:30 сәғәттә “Патриот” паркында һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары өсөн ”Геройҙар ярышы” уҙа, 10:30 сәғәттән майҙансыҡтар эшләй башлай.

12:30 сәғәттә “Первушин” пилотаж төркөмөнөң сығышы һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар башлана. Саралар бүләкләү тантанаһы һәм байрам концерты менән дауам итәсәк.

Теләүселәр өсөн “Галле округы – “Патриот” паркы – Галле округы” маршруты ойошторола. Галле округы туҡталышынан автобус 11:30 сәғәттә ҡуҙғала, ә “Патриот” паркынан – 16:00 сәғәттә.

Фото: baltachtan.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас