Йәмғиәт
1 Август 2024, 09:00

Учалының “йырсы”һына еткән эт бармы?

"Иртә менән бер ағайГармунын һуҙып уйнай,Джек моңло ғына йырлай,Басков ҡайҙалыр илай..." Асыҡланыуынса, был эт...

Учалының “йырсы”һына еткән эт бармы?Учалының “йырсы”һына еткән эт бармы?
Учалының “йырсы”һына еткән эт бармы?

Иртә менән бер ағай
Гармунын һуҙып уйнай,
Джек моңло ғына йырлай,
Басков ҡайҙалыр илай...

Был юлдарҙың авторы, Учалынының уңған уҙаманы, йырлы-моңло Булат Пирғәлин шәхси сәхифәһендә күркәм видеояҙмалар менән шатландырып тороуы мәғлүм.

Ошо көндәрҙә ул сираттағы күренеште һалған: унда Учалы районы Комсомольск ауылында йәшәүсе Ренат Сәйетов “йырсы” эте менән бергә сығыш яһай. Тамашасылары – ауыл кешеләре һәм ҡыҙыҡһыныусан бәпкәләр.

Булат Пирғәлин билдәләүенсә, хужаһының гармунына эйәреп йырлаған “моңло” Джек менән видео бынан дүрт йыл элек төшөрөлгән.

Учалы – хозурлығы менән хайран иткән төбәк, унан бик күп ижад кешеләре, шул иҫәптән йырсылар сыҡҡан. Күреүегеҙсә, хатта эттәр ҙә һәләтле бында -  Джек ошоно иҫбатлай түгелме?

Фото һәм видео: Булат Пирғәлин

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас