Йәмғиәт
2 Август 2024, 05:15

Берлектәге проекттар тормошҡа ашырыласаҡ

1 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Танжу Бильгич менән осрашты.

Берлектәге проекттар тормошҡа ашырыласаҡБерлектәге проекттар тормошҡа ашырыласаҡ
Берлектәге проекттар тормошҡа ашырыласаҡ

Көн тәртибендә Башҡортостанда һәм Төркиәлә берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу перспективалары ҡаралды.

– 2023 йылда Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Төркиә икенсе урында тора. Быйыл “Лимак” холдингы “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Өфөнән Көнсығыш сығыу юлының беренсе сиратын – төбәктең мөһим инфраструктура объектын төҙөүҙе тамамланы, – тине республика етәксеһе.

Төркиә Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Башҡортостан менән артабан хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

– Өфөгә килгәс, төркиә бизнесы вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙем. Эшҡыуарҙар Башҡортостанда эшләү менән ҡәнәғәт, – тине Танжу Бильгич. – Беҙҙең бурыс – сауҙаны һәм инвестицияларҙы артабан да үҫтереү.

Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан менән Төркиә араһында авиабәйләнеште үҫтереү, Төркиә Республикаһының Өфөләге Почетлы консулы офисын асыу перспективалары һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас