Башҡортостанда 34 йәшлек Ләйсән Сөнәғәтуллинаны эҙләүҙәр башланған. Йәш ханым Өфөлә йәшәгән булған. Был турала “ЛизаАлерт” ирекмәндәре хәбәр итә.
Ҡатын 31 июлдә өйөнән сығып киткән һәм һаман да ҡайтмаған. Юғалған көндө Ләйсән Сөнәғәтуллина зәңгәр олимпийка, ҡара салбар һәм аҡ кроссовки кейгән булған.
Билдәләре: буйы 165 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара көрән сәсле, һоро күҙле.
Әгәр ҙә һеҙ ханымдың ҡайҙалығы тураһында берәй төрөлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: ЛизаАлерт.