Йәмғиәт
5 Август 2024, 13:30

Тимер юлсыларҙы байрам менән ҡотланылар

“Рәсәй тимер юлдары” компанияһы предприятиеларында Башҡортостанда 11 мең самаһы кеше эшләй. 2024 йылдың алты айында пассажирҙар ташыу күләме 18 процентҡа үҫкән һәм 2,7 миллион кешегә еткән.

Тимер юлсыларҙы байрам менән ҡотланыларТимер юлсыларҙы байрам менән ҡотланылар
Тимер юлсыларҙы байрам менән ҡотланылар

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тимер юлсыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм республиканың Куйбышев тимер юлы менән хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне.

“Рәсәй тимер юлдары” компанияһы предприятиеларында Башҡортостанда 11 мең самаһы кеше эшләй. 2024 йылдың алты айында пассажирҙар ташыу күләме 18 процентҡа үҫкән һәм 2,7 миллион кешегә еткән. Пассажирҙарҙың ҙур өлөшө – 2,3 миллион кеше – республика станцияларынан ҡала яны маршруттары буйлап йөрөгән. Был һуңғы ун йылда иң яҡшы һөҙөмтә. Алыҫ сәфәрҙәре республиканың 450 мең кешеһе һайлаған, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 11 процентҡа күберәк.

Башҡортостан Башлығы “РЖД”ның республика тимер юлы инфраструктураһына индергән өлөшөн юғары баһаланы һәм Куйбышев тимер юлы коллективына һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Беҙ һеҙҙең менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. “РЖД”ла бик дисциплиналы кешеләр эшләй. Һуңғы йылдарҙа беҙ уртаҡ тырышлыҡ менән ташыуҙар һанын арттырҙың, шул иҫәптән йөк ташыу буйынса ла.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас