Йәмғиәт
6 Август 2024, 17:30

Кәмейме был һыу, юҡмы?

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика йылғаларындағы һыу кимәле тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Шулай уҡ беҙ алдағы көнгә һауа торошо менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. Башгидрометүҙәктең мәғлүмәттәренә ҡарағанда...  

Кәмейме был һыу, юҡмы?Кәмейме был һыу, юҡмы?
Кәмейме был һыу, юҡмы?

Өфө ҡалаһындағы Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле тәүлегенә +2 сантиметр, ағым кимәле 346 сантиметр, йылғаның туғайға сыҡҡан урынында 600 сантиметр тәшкил итә.

Благовещен районы Ахлыстино ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле -  41 сантиметрға, Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендәге Әй йылғаһы 12 сантиметрға кәмене.

Республикалағы һыуһаҡлағыстар мониторингы алып барыла. Хәл контролгә алынған.

Алдағы көндәрҙә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә? Башгидрометүҙәктең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ямғырҙар туҡтарға уйламай әле. Беҙҙе аяҙлы-болотло, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар  яуған көндәр көтә. Һауа температураһы аҙна башында +23...25 булһа, аҙна аҙағына +19...+20 градус тирәһе тәшкил итәсәк. 

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас