Ҡайһы бер ҡатындарҙың мутлығына иҫ-аҡылың китер! Уларҙың һүҙенә ышанып барыусылары ла быуа быуырлыҡ бит әле.
Бер ҡатын Өфөләге дауаханала ятҡан балаһын күрергә килә һәм урамда “ихлас күңелле” ханымды осрата. Ул бәләкәсенә табиптарҙың диагноз ҡуя алмауы хаҡында һөйләй. Һөҙөмтәлә ике гүзәл зат, бер-береһенә телефон номерҙарын биреп, тағы бер тапҡыр осрашыу хаҡында һүҙ ҡуйышып таралыша.
Бер нисә көн үткәс, “имсе” яңы танышҡан “әхирәте”нә уның балаһын “аяҡҡа баҫтыра алыуы”, бының өсөн бер нисә йола атҡарыу кәрәклеге хаҡында әйтә. Теге меҫкен әсә алдаҡсының һүҙҙәренә ышана һәм фатирынан балаһының кейемдәрен, аҡса, алтын әйберҙәр һәм... тауыҡ йомортҡаһын килтерә. Һуңғыһы теге “дауалау” өсөн атҡарыласаҡ йолаға мотлаҡ кәрәк тип әйтелә.
Баш ҡала урамындағы һуңғы осрашыуға “имсе” әхирәтен дә алып килә. Улар бахыр әсә алып килгән бар әйберҙе ала һәм ҡатынға өс сиркәүҙе урап килергә ҡушып юҡҡа сыға. Был талаптарҙың барыһы ла үтәлгәс, әсә кеше “имсе”гә шылтырата, әммә яуап биреүсе булмай. Шунда ғына алданыуын аңлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай хәлдәр йыш осрай. Мутлыҡ ҡылыусылар һәр заманда булған. Әле лә барҙар. Улар еңел аҡса эшләүҙең ниндәй генә юлдарын уйлап тапмай. Абай һәм һаҡ булығыҙ.
Нәсих Хәлисов фотоһы.