- “Башҡортостандың ирекмәндәр берләшмәһе” ярҙамға мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙамға килә. Бөгөн беҙ Курск өлкәһендә зыян күргәндәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу иғлан иттек. Республика халҡын унда ҡатнашырға саҡырабыҙ, - тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының рәйесе Вито Сабиров.
Гуманитар ярҙам рәүешендә мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм рюкзактар, көҙгө йылы кейемдәр, аяҡ кейемдәре, түшәк кәрәк-яраҡтары,һаҡлау ваҡыты 6 айҙан да кәм булмаған аҙыҡ-түлек, гигиена тупланмалары, балалар һәм өлкәндәр өсөн подгузниктар, бер тапҡыр ҡулланыла торған пеленкалар, балалар аҙығы ҡабул ителә.
“Беҙ Бергә” төбәк штабының телефоны: 8-927-311-23-55.