Быйыл күптәрҙә алма, ҡарағат, сейә уңманы. Шулай ҙа ҡайнатманы башҡа емеш-еләктән әҙерләргә мөмкин. Хатта ҡабаҡтан да ул бик тәмле килеп сыға. Ишембай районының Смаҡай ауылынан Фәүзиә апай Насырова “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына уның рецебын әйтте.
- Эсе-тышы таҙартылған 3 килограмм ҡабаҡты ит турағыс аша үткәрәһең дә 3 килограмм шәкәр ҡушып, 40 минут дауамында ҡайнатаһың. Өҫкә ҡалҡҡан күбеген алып ташларға кәрәк. Шуға ит турағыс аша үткәрелгән 4 әфлисунды өҫтәп, йәнә 20 минут ҡайнатаһығыҙ. Шул тиклем тәмле джем барлыҡҡа килә. Ҡуйыраҡ булһын өсөн бер аҙ желатин өҫтәп ебәрергә мөмкин. Әлеге ҡатнашмаға мин ике ҡап желатин ҡуштым. Шул осраҡта джемды бәлешкә эслеккә ҡулланғанда ла һуты ағып сыҡмаясаҡ. Бындай джемдың бер партияһына слива ҡушып эшләп ҡараным. Төҫө ҡыҙғылтыраҡ итеп килеп сыға. Үҙебеҙгә ашарға ла, күстәнәс итеп бирергә лә был ҡайнатма бик тәмле, - тине Фәүзиә апай.
Смаҡай уңғанының рецебын һеҙ ҙә һынап ҡарағыҙ әле.
Фото: Фәүзиә Насырованан.