Хөкүмәттең бөгөнгө Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән аҙналыҡ кәңәшмәһен башлап Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Курск өлкәһендә зыян күргән кешеләрҙе ҡабул итергә әҙер тине.
“Ундағы хәлдәрҙе бөтәбеҙ ҙә күреп тора. Хәл ауыр. Беҙ Курск өлкәһе етәкселеге менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Башлыҡтарына өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла ҡабул итергә әҙербеҙ тип әйттем. Был беҙҙең өсөн мөһим бурыс. Әле уларға бик ауыр, шуға күрә беҙ ярҙам итергә әҙер”, – тине ул.
Бынан тыш әлеге ваҡытта Башҡортостан халҡы Курск өлкәһендә зыян күргәндәргә гуманитар йөк йыя. Ошо көндәрҙә ул оҙатыласаҡ.
Фото: скриншот.