Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан Ғәле Хәсәнов - билдәле табип, йәмәғәт эшмәкәре. Ул оҙаҡ йылдар Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында йәшәй, урындағы башҡорт ҡоролтайының әүҙем ағзаһы.
Быйыл да табип улдары менән бесәнгә ҡайтҡан да ул... Тик көндәр генә булмаған шул. Ғәле Хәсәнов йыл һайын туғандарына бесән эшләшеп, тыуған яҡ һауаһын һулап китә. Әйткәндәй, үҙе лә, улдары ла үләнде ҡул салғыһы менән саба. Быйылғы бесән эшләй алмауы хаҡында үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә лә яҙған.
"Бесән сабыу - ауыл халҡының ғәҙәти тормошонда мөһим осорҙарҙың береһе. Мин быны төрлө халыҡтарҙың, шул иҫәптән беҙҙең яҡтарҙа йәшәүсе башҡорттарҙың йолаһы тип ҡабул итәм.
Ял көндәрендә беҙ Башҡортостандың Әбйәлил районы Ишкилде ауылындағы бесәнлеккә барҙыҡ, апайыма бесән әҙерләүҙә ярҙам күрһәттек, улдарыма йәнә бер тапҡыр быуындан - быуынға тапшырыла килгән бесән сабыу оҫталығын тәрбиәләргә өйрәттем. Беҙҙә бесән әҙерләү һәр саҡ ҡул менән булды.
Быйыл аномаль һауа шарттары, көн дә яуған ямғырҙар арҡаһында бесән тотҡарланды! Беҙ бик аҙ саба алдыҡ, ни бары бер нисә сәғәт.
Ямғыр яуһа, бесән әҙерләп булмай шул. Алдағы көндәрҙә һауа торошо яҡшырыр һәм ауыл халҡы ҡышҡылыҡҡа бесән һәм мал аҙығы әҙерләй алыр тип өмөтләнәбеҙ."
Ауыл халҡы бесән эшләй борсола, тиҙерәк аяҙ көндәр булып, һәм ауыл халҡы мал аҙығы туплап ҡалһын ине лә бит...
Фото: Ғәле Хәсәнов