Йәмғиәт
17 Август 2024, 11:00

Ишембай районында мемориал асылды

Ишембай районының Үрнәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәм хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙәргә арналған мемориал асылды.

Ишембай районында мемориал асылдыИшембай районында мемориал асылды
Ишембай районында мемориал асылды

Бөгөн, 17 августа, Ишембай районының Үрнәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәм хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙәргә арналған мемориал асылды. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән «Хәтер тере» хәйриә сараһына ярашлы ҡуйылды.

Һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, хәрби хәрәкәт ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, Ишәй ауыл биләмәһе ауылдары халҡы ҡатнашты.

Республика Хөкүмәте аппараты хеҙмәткәрҙәре Ишембай районы хакимиәте менән бергә хәйриә акцияһына ҡушылды. Улар Үрнәк, Карасевка ауылдары һәм Шихан ҡасабаһынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә мемориал ҡуйыуға ярҙамға бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе.

– Был стелала 66 яугирҙең исеме уйылған. Нисә йылдар үтһә лә, уларҙың батырлығы тураһында иҫтәлек йөрәктәрҙә йәшәйәсәк. Республика Хөкүмәте аппараты хеҙмәткәрҙәренә, Ишембай районы хакимиәтенә, төҙөүселәргә һәм стеланың авторы Петр Григорьевҡа рәхмәт белдерәм. Беҙҙең илдә һәр ғаиләнең үҙ геройы – Ватанын батырҙарса яҡлаған олатаһы, ҡарт олатаһы, ағаһы бар. Үткәндәрҙе хәтерҙә тотабыҙ икән, киләсәгебеҙ бар. Әлеге башланғыс бик ваҡытлы һәм республикалағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған һәйкәләдрҙе тәртипкә килтерергә ярҙам итер, тип иҫәпләйем, – тине вице-премьер.

Азамат Абдрахманов тыуған төйәктәрен үҫтереүгә өлөш индергән әүҙем кешеләргә дәүләт һәм хөкүмәт наградаларын тапшырҙы.

Ауылдар халҡы һәм ҡунаҡтар һәәк буғандарҙы бер минут тынлыҡ менән хәтергә алды, һйкәлгә сәскәләр һалды. Халыҡ республика Хөкүмәте аппараты етәксеһенә һәм хеҙмәткәрҙәренә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан ауылға бүләк эшләгән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news/24698/

Ишембай районында мемориал асылды
Ишембай районында мемориал асылды
Ишембай районында мемориал асылды
Ишембай районында мемориал асылды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас