Йәмғиәт
18 Август 2024, 12:00

Ләйсән Үтәшева мәрхүм әсәһен иҫкә алған

Ошо турала ул социаль селтәрҙәрҙә матур яҙма ҡалдырған.

Ләйсән Үтәшева мәрхүм әсәһен иҫкә алғанЛәйсән Үтәшева мәрхүм әсәһен иҫкә алған
Ләйсән Үтәшева мәрхүм әсәһен иҫкә алған

Телевидение алып барыусыһы һәм спортсы Ләйсән Үтәшева социаль селтәрҙәрҙә әсәһен – Зөлфиә Үтәшеваны иҫкә алған. Уның һүҙҙәренсә, уға ошо көндәрҙә 60 йәш тулған булыр ине.
Шоу-бизнес йондоҙо әйтеүенсә, ул үҙе бала сағында табип булып уйнарға яратҡан.

Бер мәл әсәйемдән:”Әсәкәйем, әгәр һул яҡта йөрәк типһә, уң яҡта нимә?“ – тип һораным. Ул: ”Күңел, ҡыҙым, күңел, һәм ул бик йыш ҡына һыҙлай” тип яуапланы. Бөгөн әсәйемә 60 йәш булыр ине... Хәтерләйем, һағынам һәм сикһеҙ яратам”, — тип яҙған Ләйсән Үтәшева ошо көндәрҙә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ләйсән Үтәшеваның әсәһе 2012 йылда 47 йәшендә генә йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат була.

Сығанаҡ һәм фото: “Башҡортостаным/яңылыҡтар”.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас