Йәмғиәт
18 Августа 2024, 14:00

Һуңғы вахталары булды...

Амур өлкәһендә шахта емерелеүе арҡаһында һәләк булған яҡташтарыбыҙға мемориал асылды.

Һуңғы вахталары булды...Һуңғы вахталары булды...
Һуңғы вахталары булды...

Мемориал Сибай ҡалаһында урынлашҡан. Постаментта дүрт яҡташыбыҙҙың – Олег Симонов, Юрий Марков, Вадим Николаев һәм Ролан Шәриповтың исемдәре яҙылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 мартта Амур өлкәһендә шахта емерелде. Ишелеп төшкән ер аҫтында йәмғеһе 13 кеше ҡалды. Улар араһында дүрт егет Сибайҙан, береһе Учалынан ине. Эшселәрҙе ике аҙна дауамында эҙләнеләр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтә булманы. 1 апрелдә ҡотҡарыу эштәрен туҡтаттылар һәм бөтә шахтерҙар ҙа һәләк булған тип иғлан ителде.

Фото: Mash Batash

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас