Йәмғиәт
20 Август 2024, 18:15

Ҙур форумда ҡатнаштылар

Мәскәү өлкәһендә “Патриот” конгресс-күргәҙмә үҙәгендә “Армия-2024” халыҡ-ара хәрби-техник форумының эше тамамланды.

Ҙур форумда ҡатнаштыларҘур форумда ҡатнаштылар
Ҙур форумда ҡатнаштылар

Өс көн дауамында бында илдең оборона-сәнәғәт комплексы өсөн уникаль продукция күрһәтелде.

Күргәҙмәнең белгестәрен һәм эксперттарын йәлеп итеү нөктәләренең береһе булып Өфө университетының ”Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерлыҡ мәктәбенең эштәре күрһәтелгән майҙансыҡ булды. Шуны билдәләргә кәрәк: эшләнмәләр реаль продуктҡа әйләндерелгән һәм һынауҙарҙы уңышлы үткән. Улар араһында С-76-сы яңы транспорт пилотһыҙ аппараты, АСК-М йәки автоматлаштырылған монтаж контроле системаһы, Supercam S350 пилотһыҙ осоусы аппараты бар. Шулай уҡ быйыл форумда Өфө фән һәм технологиялар университетының эске яныу двигателдәре кафедраһы командаһы индустриаль партнер менән кооперацияла пилотһыҙ һәм пилотлы авиация өсөн үҙенең алдынғы эшләнмәләрен күрһәтте.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас