23 августа Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендәге “Звездный” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Журфест” медиафестивале үткәрелә. Быйылғы сараның темаһы - “Медиағаилә”. Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән Ғаилә йылында журналистар фестивале лә йәмғиәттең төп өлөшө булған ғаиләгә бағышлана, сөнки тап ул медиа өлкәһе оҫталарын да тәрбиәләй. Дөйөм әйткәндә, сара – тәжрибә һәм хис-тойғо менән уртаҡлашасаҡ берҙәмлектәр, төркөмдәр берҙәмлеге ул.
Фестивалдә ҙур журналистар ғаиләһе ағзалары медиа өлкәһенең тормошобоҙға йоғонто яһауын, һанлы технологиялар менән яһалма интеллекттың мәғлүмәт алмашыу һәм аралашыуҙың яңы моделдәрен барлыҡҡа килтереүе тураһында һөйләшәсәк. Тағы тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнәсәк, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, конкурстар һәм башҡа саралар ойоштороласаҡ, федераль эксперттар сығыш яһаясаҡ.
“Журфест” Башҡортостанда 10 йылдан ашыу үткәрелә һәм журналистар өсөн ҙур сараларҙың береһе булып тора. Проект Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһы иҫәбенә ойошторола.
Сығанаҡ,фотолар: /resbash.ru/news/kultura/2024-08-21/zhurnalisty-bashkirii-vnov-soberutsya-na-traditsionnyy-zhurfest-3893668