Йәмғиәт
22 Август 2024, 09:30

Ултырышта ҡатнаштылар

2024 йылдың 21 авгусында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгендә БР Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советы Эксперт комиссияһының беренсе ултырышы үтте.

Ултырышта ҡатнаштыларУлтырышта ҡатнаштылар
Ултырышта ҡатнаштылар

Ултырыштың көн тәртибендә эксперт комиссияһының эшен ойоштороу мәсьәләләре, ағымдағы һәм киләһе йылға эш пландары ҡаралды. Эш башында эксперт комиссияһы рәйесе, БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов яңы коллегиаль органдың Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы эксперт тәьминәте өсөн булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ултырышта ҡатнашыусылар дини ойошмалар һәм милли йәмәғәт берекмәләре лидерҙары менән үҙ-ара эш итеү, сит ил граждандарын Рәсәй йәмғиәтенә социаль һәм мәҙәни яраҡлаштырыу, милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге хәүеф йәһәтенән дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың төрлө аспекттарын тикшерҙе.

Фото: cgi-rb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас