Йәмғиәт
23 Август 2024, 12:00

Башҡортостан үҫмерҙәре "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылды

Унда Башҡортостандың 16 район, ҡалаларынан 150 бала ҡатнашты. 14 йәшлек үҫмерҙәр тантаналы шарттарҙа паспорт алды.

Башҡортостан үҫмерҙәре "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылдыБашҡортостан үҫмерҙәре "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылды
Башҡортостан үҫмерҙәре "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылды

Бөтә Рәсәй "Беҙ - Рәсәй граждандары" беренселәр хәрәкәте программаһының киләһе этабы Рәсәй флагы көнөнә арналды. Унда Башҡортостандың 16 район, ҡалаларынан 150 бала ҡатнашты. 14 йәшлек үҫмерҙәр тантаналы шарттарҙа паспорт алды. Балалар гимн башҡарҙы, Ватанға тоғролоҡҡа ант бирҙе. Беренселәр лайыҡлы граждандар булырға, Тыуған илдең мәнфәғәттәрен, бойондороҡһоҙлоғон һәм хәүефһеҙлеген һаҡларға ант бирҙе.


Беренселәр хәрәкәте балаларға Ватан менән ни тиклем тәрән бәйләнештә икәнлектәрен аңларға ярҙам итә. Улар көслө, берҙәм ил төҙөҙә үҙҙәренең ролен аңлай, йәмғиәтте үҫтереүҙә ҡатнашырға әҙерләнә. Мәҫәлән, "Беҙ - Рәсәй граждандары!" программаһы паспорт алыу ваҡиғаһын тотош байрамға әйләндерә, балаларға ҡанат өҫтәй. "Бөгөн паспорт биреп кенә ҡалмайбыҙ, мөмкинлектәр донъяһына ишек асабыҙ", - тине республиканың "Беренселәр хәрәкәте" етәксеһе Ранис Хәсәнов.


- Бөгөн мөғжизәле көн булды! Тантаналы шарттарҙа миңә паспорт тапшырҙылар. Был документ ҡына түгел, ә оло тормошҡа асҡыс! Бөтәһе лә ҡотланы, мин илем өсөн ғорурлыҡ кисерҙем. Был мәл ғүмерлеккә хәтеремдә ҡалыр! - ти 82-се гимназия уҡыусыһы Мария Серова.


Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнөндә тотош илдә үҫмерҙәргә паспортты абруйлы шәхестәр тапшырҙы. Мәҫәлән, Өфөлә - Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, Әбйәлил районында - "Ватанды һаҡлаусылар" фондының координаторы, МХО-ла ҡатнашыусы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Илнур Ҡарабулатов; Мишкәлә - Ветерандарҙың йәмәғәт советы ағзаһы Муллахан Ханов.


Беренселәр хәрәкәтенең "Беҙ - Рәсәй граждандары" программаһы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул 2023 йылда Космонавтика көнөндә үткәрелә башланы. Программала ҡатнашырға теләгән талантлы балалар һаны арта бара.
Фото: vk.com/mypervie02

Башҡортостан үҫмерҙәре "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылды
Башҡортостан үҫмерҙәре "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылды
Башҡортостан үҫмерҙәре "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылды
Башҡортостан үҫмерҙәре "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылды
Башҡортостан үҫмерҙәре "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылды
Башҡортостан үҫмерҙәре "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас