Йәмғиәт
23 Август 2024, 09:00

Һөтсөлөк тармағы һанландырыласаҡ

2030 йылға тиклем республикала 30 заманса һөтсөлөк комплексы төҙөлөргә тейеш

Һөтсөлөк тармағы һанландырыласаҡҺөтсөлөк тармағы һанландырыласаҡ
Һөтсөлөк тармағы һанландырыласаҡ

Был хаҡта белгестәр, ғалимдар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре “Урожай” компаниялар төркөмөнә ҡараған һөтсөлөк комплексында һөйләште. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов алып барҙы.

  • Республикала һөт сәнәғәтен индустриалләштереү бара, һәр хәлдә, 2030 йылға, төҙөлгән 20 комплекстан тыш, 30 яңы, заманса һөт комплексы сафҡа инергә тейеш. Был миллион тонна һөт етештереү тигәнде аңлата. Яңы хужалыҡтар – яңы технологиялар, һис шикһеҙ, яһалма интеллект менән бәйле. Сит ил ҡоролмаларына өмөт итмәй, үҙебеҙҙең илдә етештерелгән йыһаздар кәрәк, – тине Илшат Фәзрахманов.

Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, бөгөн һөткә хаҡтары һәйбәт. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү программаһы ҡабул ителгән һәм уңышлы эшләй. Төбәктә эшкәртеү сәнәғәте үҫешә, яңылары барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Раевкала тәүлегенә 140 тонна һөт етештергән яңы завод эшләй башланы, тиҙҙән Мәләүез ҡалаһында яңы етештереү сафҡа инәсәк.

Етештереүҙе һанлаштырыу иһә продукцияның сифатына ла, малдарҙың торошона ла ыңғай йоғонто яһай. Быға миҫал итеп тулыһынса бер фермаһын роботтлаштырған “Агротех” ком­панияһын килтерергә була.  

Лизинг буйынса һатып алынған уңған робот-һауынсыларҙың хаҡы 42 миллион һумға барып баҫҡайны. Аграр-сәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса республика программаһы ярҙамында ауыл хужалығы предприятиеһы сығымдарҙың яртыһына тиклемен ҡаплауға иҫәп тота ала.

“Агротех” предприятиеһының Ленин бүлексәһендә роботлаштырылған һауын залын эшләтеп ебәреү мәлен барып күрҙек.

— Һауын роботтары юғары сифатлы продукция алырға ярҙам итә. Һыйырҙар һанын арттырмайынса, етештереүсәнлекте күтәреү – бөгөнгө заман талабы. Бынан тыш, кешенән айырмалы рәүештә, роботтар хаталанмай, арымай. Бындай ҡорамалдар – ауыл хужалығының киләсәге. Һөт, ит һәм башҡа малсылыҡ продукттары етештереүҙе юғары кимәлгә еткереү беҙҙең өсөн бик мөһим, – тигәйне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Агротех” ауыл хужалығы предприятиеһы Иглин районында иң ҙуры һанала. Бында меңдән ашыу һыйыр малы бар, шуның 500-ҙән ашыуы – һауын һыйыры. Хужалыҡ “айшир” тоҡомона өҫтөнлөк биргән. Биш малсылыҡ объекты бар. Шуларҙың береһе генә “500 ферма” программаһы буйынса төҙөлгән һәм, әле төҙөкләндерелеп, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Хужалыҡ һуңғы йылдарҙа малсылыҡ объекттарын әүҙем яңырта, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика бюджетынан субсидия ала. Әйтәйек, былтыр ғына яуаплылығы сикләнгән “Агротех” компанияһына был өлкәлә алты миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы бүленгән.

– Ике робот һатып алыу һәм ҡуйыу – хужалыҡты яңыртыуҙың беренсе өлөшө генә, – тине “Агротех” компанияһы етәксеһе Камил Нафиҡов. – Артабан ҡорамалдарҙы яңыртыу, елләтеү, малсылыҡ бинаһын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Тағы ла ике һауын роботы һатып алырға ниәтләнәбеҙ, – ти ул.

Малдарға роботтарға өйрәнеү әллә ни ауыр булмаясаҡ. Әлбиттә, тәүге һауын уларҙы әҙерәк аптыратты. Әммә киләсәктә роботтар һыйырҙарҙы көнөнә дүрт-алтышар тапҡыр һауасаҡ. Ҡоролмала лаборатория бар. Компьютер һыйырҙың күпме һөт биргәнен, уның сифатын, малдың һаулығын шунда уҡ “уҡый”.

Роботтар тәүлек әйләнәһенә дистанцияла эшләй. Һыйырҙың еленен йыуа, йыуынты һыу айырым канализация буйлап түгелә. Һөт сифатында норманан тыш тайпылыштар булғанда, икенсе феләктәргә йүнәлтелә. Ҡорамалдар ҙа ентекле итеп йыуҙырыла. Иң мөһиме – һөткә һауа тәьҫир итмәй, шуға бактериялар ҙа эләкмәй.

Роботлаштырылған һауын техникаһында һөт ябыҡ циклда һауып алына. Һуңынан махсус датчиктар ярҙамында һыуытҡысҡа ебәрелә. Мал рационын төҙөүҙә, һөттөң сифатын тикшереүҙә һәм генетиканы көйләүҙә был роботлаштырылған һауын техникаһы иң ышаныслыһы тип һанала.

 

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

  • Малсылыҡ – ауыл хужалығы тармағының көслө йүнәлеше. Төбәктә етештерелгән продукцияның яртыһы малсылыҡҡа тура килә. Беҙҙең хужалыҡтарҙа 850 мең баш эре мөгөҙлө мал һанала, шуларҙың 360-ы һыйырҙар. Былтыр республика 1,6 миллион тонна һөт етештерҙе. Һөт етештереү буйынса беҙ илдә икенсе урында киләбеҙ. Һөт – стратегик продукт. Беҙ уны етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәштек. Әммә туҡтап ҡалырға ярамай.
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас