Йәмғиәт
24 Август 2024, 09:30

Парк хәҙер танырлыҡ түгел

Ишембайҙа Александр Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндерелде

Парк хәҙер танырлыҡ түгелПарк хәҙер танырлыҡ түгел
Парк хәҙер танырлыҡ түгел

24 августа Ишембайға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александр Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында булды. Йәмәғәт биләмәһе «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелде. Паркты яңыртыу концепцияһы 2022 йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында ла еңеү яулаған.

Паркты төҙөкләндереү буйынса эштәр 2023 йылда башлана. Төҙөүселәр төп фонтан биләмәһен тәртипкә килтергән, йәйәүлеләр юлдарын яңыртҡан, япмалы ял итеү урындары булдырған, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндергән, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажлаған.

Икенсе этап сиктәрендә 2024 йылда паркта «Өс кәсә» фонтаны тирәләй зона булдырылған, сәхнә, баҡса һәм ваҡиға майҙансығы менән белем биреү павильоны төҙөлгән.

«СТК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Рафаэль Байназаров асыҡлауынса, икенсе этап эштәре 80 процентҡа башҡарылған, уларҙы октябрь аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.

Паркты ҡарау барышында Башҡортостан Башлығы «Бала саҡ фестивале»нә лә туҡталды һәм Ишембай районының яңы өйләнешкән парҙарын – Анна һәм Альберт Мөтиғуллиндарҙы, Илүзә һәм Геннадий Конторщиковтарҙы, Регина һәм Динар Ғафаровтарҙы, Аделина һәм Максим Наставшевтарҙы, Эльмира һәм Марс Исламғоловтарҙы – тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе йәш ғаиләләргә ныҡлы мөхәббәт һәм бәхет, күп итеп балалар үҫтереүҙәрен теләне.

Журналистар менән әңгәмәлә республика Башлығы Ишембайҙа Александр Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү буйынса эштәрҙең сифатын баһаланы.

– Бында дискотекаларға йөрөүемде хәтерләйем. Ә һуңынан был парк ташландыҡ хәлгә төштө, кешеләр хатта бында инергә ҡурҡа ине. Хәҙер ул үҙгәрҙе – минеңсә, яҡшы килеп сыҡты, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – Ишембай халҡы федераль конкурста еңде, муниципалитет «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса ла, бюджеттан тыш та аҡса йәлеп итә алды.

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас