Йәмғиәт
26 Август 2024, 14:30

Интернет һәм кәрәҙле элемтә үҫеше ҡыуандыра

Республикала бөтәһе 20-ләгән оператор-компания кәрәҙле элемтә хеҙмәттәрен күрһәтә. 2019 йылдан алып улар 4G стандарты буйынса 7 меңдән ашыу база станцияларын төҙөгән һәм яңыртҡан.

Интернет һәм кәрәҙле элемтә үҫеше ҡыуандыраИнтернет һәм кәрәҙле элемтә үҫеше ҡыуандыра
Интернет һәм кәрәҙле элемтә үҫеше ҡыуандыра

Һуңғы биш йылда кәрәҙле элемтә операторҙары республиканың 1000 тораҡ пунктына япма зонаһын киңәйтте. Был хаҡта бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин һөйләне.

Республикала бөтәһе 20-ләгән оператор-компания кәрәҙле элемтә хеҙмәттәрен күрһәтә. 2019 йылдан алып улар 4G стандарты буйынса 7 меңдән ашыу база станцияларын төҙөгән һәм яңыртҡан.

Министр билдәләүенсә, төбәктең юлдар селтәрен кәрәҙле элемтә һәм мобиль интернет менән тәьмин итеү ҙә планға ярашлы тәьмин итә. Мәҫәлән, М-7 «Волга» һәм Р-240 «Өфө-Ырымбур» трассаларының 97 проценты элемтә менән ҡапланыу зонаһында. М-5 «Урал» юлында был күрһәткес 70 проценттан аша.

– 2032 йылға федераль кимәлдә бөтә федераль автомобиль юлдарын кәрәҙле элемтә һәм интернет менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылды, - тине Геннадий Разумикин.

2024 йылда М-5 трассаһында өҫтәмә 10 кәрәҙле бәйләнеш ҡалҡыулығы – база станцияларын ҡуйыу күҙаллана. Тағы ла етәүһен Өфөнән Дүртөйлөгә тиклем М-7 автомобиль юлы участкаһында монтажлайҙар. Ә Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарында 14 база станцияһы барлыҡҡа киләсәк.

Кәрәҙле элемтә менән ҡапланған зона М-12 Дүртөйлө-Әчит яңы федераль трассаһы участкаһын да үҙ эсенә ала. 2024 һәм 2025 йылдарҙа юл буйында 17 кәрәҙле бейеклек йыһазландырыу күҙаллана.

Төбәк әһәмиәтендәге юлдар буйынса кәрәҙле элемтә һәм интернет менән тәьмин ителеш 91 процент тәшкил итә. Операторҙар ошо трассаларҙың ҡаплау зонаһын да киңәйтә. Атап әйткәндә, Өфөнән Бөрөгә, Белоретҡа, Стәрлетамаҡҡа һәм Пермгә тиклем автомобиль юлдарында яңы база станцияларын ҡуйыу күҙаллана.

Геннадий Разумикин «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» һәм «Уңайлы интернет 2.0» программаларын тормошҡа ашырыу хаҡында ла һөйләне. Тәүге проект сиктәрендә кәрәҙле элемтә станциялары 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй тораҡ пункттарҙа ҡуйыла. Йәмғеһе 1286 ауылды тәьмин итергә ниәтләйҙәр. 2024 йылда станцияларҙы 50 тораҡ пункт биләмәһендә ҡоралар. Уларҙы тауыш биреү йомғаҡтары буйынса һайлап алғандар.

2024 йылдың 17 ноябренә тиклем «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында 2025 йылға тораҡ пункттарҙың ошо программаһында ҡатнашыу буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашырға мөмкин, тип билдәләне министр.

Икенсе проект 1 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа интернетҡа инеүҙе тәьмин итеү өсөн оптик линиялар төҙөүҙе күҙ уңында тота. Яҡынса баһалауҙар буйынса, 24 районда 6 мең самаһы йорт хужалығы интернетҡа тоташыу мөмкинлеге аласаҡ.

Башҡортостан Башлығы төбәктә һанлы инфраструктура үҫешенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

- Яҡшы эш. Был йәһәттән ярайһы уҡ алға киттек. Юлдарыбыҙҙы кәрәҙле элемтә менән тәьмин иткән операторҙарға рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. - Шул уҡ ваҡытта өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмау, киләсәккә бурыстар ҡуйыу мөһим.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас