Беренсе каналдағы “Кто хочет стать миллионером?” телетапшырыуында Стәрлетамаҡтан Вячеслав Мазин ҡатнашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уйынсы алты нулле призға барып етә алмаған, шулай ҙа 10 һорауға дөрөҫ яуап биреп, 100 мең һум аҡса отҡан.
Тамада булып эшләгән ир һөйләүенсә, уны тапшырыуға алып барыусы Валдис Пельшҡа оҡшағаны өсөн саҡырғандар. “Бындай тәҡдимдән баш тарта алманым”, ти ул. Вячеслав Мазин ҡатнашҡан тапшырыу йондоҙҙарҙың “игеҙәктәренә” арналған булған.
Тапшырыуға үткән йылдың декабрендә төшөргәндәр, эфирға иһә ошо көндәрҙә сыҡҡан.
Яҡташыбыҙға “Афарин!” тиергә генә ҡала!
Фото: эфирҙан скриншот.