Бөгөн, 28 августа Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге республика мәктәп кластары уҡыусылары менән осрашты. 24-29 августа улар Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында профилле смена сиктәрендә әҙерлек үтә. Осрашыуҙа бөтәһе 6-9 кластарҙан 260 уҡыусы ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы сығышында ошо көндәрҙә республика халҡы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеүен билдләне.
– Кисә легендар хәрби етәксе, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулды. Был көндө беҙ генерал Шайморатов ордены кавалерҙары клубы Советының беренсе ултырышын үткәрҙек, - тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. - Республикала юғары награда биш йыл элек булдырылғайны. Уны хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғүмер өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа күрһәткән фиҙакәрлеге һәм батырлығы, республика һәм ил алдындағы башҡа мөһим ҡаҙаныштары өсөн тапшыралар. Бәлки, киләсәктә һеҙҙең араһынан кемдер генерал Шайморатов орденына лайыҡ булыр.
Ил үҫешенең ҡатмарлы осоронда генерал Шайморатовтың батырлығы хаҡында хәтер бөтә йәмғиәтте берләштерҙе, тип билдәләне төбәк башлығы.
- Республика Шайморатов исеме тирәләй берләшә. Күптәрегеҙ, «шайморатовсылар» рәтенә инеп, Өфөнөң Совет майҙанында тантаналы ант бирҙе. Туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ бөгөн махсус хәрби операцияла үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Республика яугирҙәрен Совет майҙанынан оҙатып ебәрә. Ял итергә килгәс тә, беҙ уларҙы шунда ҡаршылайбыҙ, бында еңеү менән көтәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.
«Шайморатовсылар» Башҡортостандың йәш быуыны өсөн өлгө булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. Улар сифатлы белем һәм өҫтәмә күнекмәләр ала.
Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Балалар төрлө темалар менән ҡыҙыҡһынды: яратҡан китаптары, төбәк етәксеһе эшенең үҙенсәлектәре, ғаилә тарихы, патриотизм.
Мәҫәлән, “шайморатовсылар"ҙың береһе тыуған илгә ҡарата һөйөүҙең нимә икәнлеген һораны. Төбәк етәксеһе, уның өсөн был ябай, кешелелек төшөнсәләре, тип билдәләне. Шулай уҡ уҡыусылар легендар комдивҡа ҡағылышлы һорауҙар бирҙе, атап әйткәндә, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тарихы менән ҡыҙыҡһынды. Республика халҡының һәм 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандарының бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, совет осоронда был тормошҡа ашырылмаған.
– 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин менән осрашҡанда, Башҡортостанды үҫтереү пландарынан тыш, Миңлеғәле Шайморатов тураһында махсус әҙерләнгән материалдар менән таныштырҙым, – тип һөйләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. - Һөҙөмтәлә Президент Хакимиәтенә һәм илдең оборона министрлығына күренекле яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исемен бирергә ҡушты.
Осрашыу барышында балалар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының атайсалына – тыуған яғына экскурсиялар ойоштороу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был идеяны хуплауын белдерҙе. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылы бөгөн дә бар. Ул Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһендә урынлашҡан һәм хәрби етәксе исемен йөрөтә.
Уҡыусыларҙың береһе 9 кластан һуң мәктәптә уҡыуын дауам итергә ҡарар иткән балалар өсөн «шайморатов» кластарының уҡыу программаһын оҙайтыу пландары тураһында һораны. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысты хупланы. Ң
Республика башлығы осрашыуҙа «Патриот»хәрби-патриотик паркын үҫтереү перспективалары тураһында ла һөйләне.
- Тағы бер нисә йыллыҡ эш бар. Бында бассейн проектлана, ә киләсәктә парк территорияһында быуа барлыҡҡа киләсәк. Бында уҡ тир, пилотһыҙ авиацияның уҡыу класын төҙөү планлаштырыла, - тип хәбәр итте төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. - "Патриот" тың үҫеш перспективалары ҙур. Был урын юғары класс курсанттары өсөн генә патриотик тәрбиә үҙәге булмаясаҡ, тип иҫәпләйбеҙ. Бында тотош ғаиләләр менән килеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Был - оҙайлы проект, этаплап тормошҡа ашырабыҙ. Быйыл Стәрлебаш районында парк филиалын төҙөү буйынса эште тамамлайбыҙ. «Патриот» филиалдары Ҡыйғы һәм Баймаҡ райондарында ла барлыҡҡа киләсәк.
Шайморатовсылар Радий Хәбировтан олатаһы-Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хаҡында һөйләүен һораны.
- Олатайым Барый Латип улы Хәбиров бөтә һуғышты үткән, ҡаты яраланған, Еңеү менән ҡайтҡан. Бөгөн дә күптәр олатайҙарының ҡаһарманлыҡтарын ҡабатлай, улар хаҡында беҙ мотлаҡ белергә һәм иҫтә тоторға тейешбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы Радий Хәбиров.
Уҡыусыларҙың һорауҙарына шулай уҡ «Геройҙар ваҡыты» Президент программаһында ҡатнашыусылар – Рәсәй Геройы, танксы Борис Дудко һәм хәрби разведчик Оскар Ситдиков яуап бирҙе.
Осрашыу аҙағында республика етәксеһе профилле «Шайморатов» сменаһының иң яҡшы уҡсылары менән бергә «Авангард» уҡыу-методик үҙәге тирында булды.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы уҙған әңгәмәнең, шулай уҡ уҡыусыларҙы «Шайморатов» кластары программаһы буйынса уҡытыуҙың һәм «Патриот»паркында профилле сменалар ойоштороуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне.
– Беҙҙең бурыс - балаларға илебеҙ тураһында тыныс ҡына һөйләү, дөрөҫлөктә аңлатыу. Һис шикһеҙ, ҡатмарлы донъяла балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итеү мөһим. Улар менән аралашырға кәрәк. Әгәр беҙ барыһын да дөрөҫ эшләһәк, уларҙан республикабыҙҙың таянысы буласаҡ кешеләр үҫәсәк. Шуға күрә беҙ йәштәр өсөн файҙалы булырға теләйбеҙ, уларға белем һәм күнекмәләр бирәбеҙ. Был балаларҙы киләсәк тормошта тотороҡлораҡ итәсәк, -тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәп кластарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда булдырыла башланы. Республикала бөтәһе 189 ошондай профилле класс ойошторолдо, унда 4 меңгә яҡын үҫмер шөғөлләнә. Ә 2024 йылдың сентябрендә тағы ла 69 «шайморатов» класын асырға планлаштыралар, унда 1,4 мең уҡыусы ҡабул ителәсәк.
Фотоһы: glavarb.ru