Күгәрсен районы - Ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙың береһе. Бөгөн Тәүәкән ауылында Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды гранты иҫәбенә Ҡыпсаҡ ырыуы йыйыны үтте. Бындай сара тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, уҡытыусыларға, милләт киләсәгенә битараф булмағандарға йәнтөйәген өйрәнеү һәм белем алырға тулы мөмкинлек бирә.
Көслө һәм данлы ҡыпсаҡтар ҡайҙа ғына һибелмәгән! Республикабыҙҙың Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Мәләүез, Көйөргәҙе, Дүртөйлө, Күгәрсен,Туймазы, Хәйбулла, Шаран, Яңауыл райондарында, Һамар Ырымбур өлкәһендә төпләнеүҙәре һәм тамыр ебәреүҙәре асыҡ миҫал!
Күгәрсен районы халҡы килгән ҡунаҡтарҙы йырлы-һыйлы концерт номерҙары менән ҡаршы алды. Төрлө райондар килгән тирмәләрҙә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды, халҡыбыҙҙың боронғо көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәтен иҫкә төшөрҙө. Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Ейәнсура райондары тирмә эсен дә, биләмәһен дә көнкүреш кәрәк-яраҡтары, боронғо эш ҡоралдары, кәсепселек әйберҙәре, ҡул эштәре менән биҙәгән. Барыһы ла ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп, сәк-сәк, бауырһаҡ менән ҡаршы алды.
Шәжәрәләрҙе өйрәнеү, өйрәтеү, туғанлыҡ ептәрен нығытыу - төп бурыс. Съезда Күгәрсен районы хакимиәте башлығы беренсе урынбаҫары Руслан Йәнгиров, Башҡоростан Республикаһы Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йылҡыбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре кандидаты, журналист, телепроекттар авторы Салауат Хәмиҙуллин, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, филолология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәитбатталов, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов ҡатнашты.
Йыйындың пленар өлөшөндә халҡыбыҙҙың мираҫын һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү маҡсатында эш йүнәлеше билдәләнде, Ҡыпсаҡ ырыуы Советы, рәйесе һайланды, айырым программа буйынса йыйының резолюцияһы ҡабул ителде.