Йәмғиәт
29 Август 2024, 12:30

Конкурста ҡатнашығыҙ!

2024 йылда Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы тарафынан “Бергәләп коррупцияға ҡаршы!” социаль коррупцияға ҡаршы рекламаның халыҡ-ара йәштәр конкурсы ойошторола

Конкурста ҡатнашығыҙ!Конкурста ҡатнашығыҙ!
Конкурста ҡатнашығыҙ!

Конкурста ҡатнашыуға 14-25 йәшлек йәштәр саҡырыла. Уларға “Бергәләп коррупцияға ҡаршы!” темаһына конкурс эштәре әҙерләргә кәрәк. Эштәрҙә коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында үҙ идеяларын һәм ҡараштарын, шулай уҡ был йүнәлештә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең ролен һәм әһәмиәтен сағылдырырға тейештәр.

Конкурс өс этапта үтә. Эштәр 2024 йылдың 1 октябренә тиклем  www.anticorruption.life сайтында ҡабул ителә.

Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре, ҡатнашыу шарттары һәм эштәрҙе баһалау критерийҙары конкурс сайтында урынлаштырылған – www.anticorruption.life.

Фото: srgazeta.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас