Башҡортостанда ирекмәнлек хәрәкәте әүҙем үҫешә. Йөҙәрләгән егет-ҡыҙ үҙ ваҡытын, көсөн йәмғиәткә төрлө йүнәлештә ярҙам ҡылыуға арнай. Бындай изге эштең гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙәге ролен юғары баһалап, республика етәкселеге лә әүҙем позициялы кешеләргә булышлыҡ курһәтеү мәсьәләләрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Сибай ҡалаһында эшләп килгән “Аманат” ирекмәнлекте үҫтереү ойошмаһы ла изгелекле эш менән шөғөлләнергә хәл итә. “Шатлыҡ өләшәм” тип аталған, аниматор-ирекмәндәр әҙерләү буйынса проект яҙып, ойошманың етәксеһе Азалия Әбдрәхимова Башҡортостан Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бүленгән гранттары конкурсында ҡатнаша һәм еңеүселәр араһында була. Республика етәкселеге тарафынан хуплау алған проект 2023 йылда тормошҡа ашырыла.
Проект йәштәргә нимә биргән һуң? “Аманат” ирекмәнлекте үҫтереү ойошмаһы йәштәрҙе туплай һәм уларҙы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған балалар ҡатнашлығында саралар үткәреү үҙенсәлектәренә, эште алып барыу алымдарына өйрәтә. Бының өсөн грант аҡсаһына башта йәнһүрәт геройҙарының кейеме һатып алына, ирекмәндәр штабы йыһазландырыла. Унан инде белем бирерлек, тәжрибәләре менән уртаҡлашырлыҡ спикерҙар саҡырыла.
Уҡыуҙарҙы дүрт төркөмгә үткәрәләр. Курстар төп һәм практик өлөштәрҙән тора. Уҡыу бер ай дауам итә, улар барышында дәрестәр, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн дүрт хәйриә сараһы ойошторола:“Ҡыш бабайға хат” акцияһы, “Ҡыш – һоҡланғыс мәл” байрамы, “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” тигән спорт сараһы, “Бергә бар нәмәне еңербеҙ” квест-уйыны. Бар акцияларҙа ла йәш ирекмәндәр дәррәү ҡатнашып, уҡыуҙар барышында алған һөнәрҙәрен ғәмәлдә ҡулланып ҡарай.
Бер тапҡыр ошондай изге эшкә ҡушылған йәштәр, әлбиттә, артабан да ирекмәнлектән ситләшмәй, ҡала тормошонда ла әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Ирекмәндәрҙең изгелекле эше тураһында улар менән быйыл йәй “Патриот” паркында осрашҡанда республика етәксеһе Радий Хәбиров: “Ирекмәндең эше йәмғиәт өсөн файҙалы, ул бик фиҙакәр хеҙмәт. Дәүләт был йүнәлештең үҫеүенә булышлыҡ ҡылырға тейеш”, – тигәйне. Әле лә республика етәкселеге тарафынан даими иғтибар бүленгән ирекмәнлек, тимәк, артабан да иғтибарһыҙ ҡалдырылмаҫ.
Азалия ӘБДРӘХИМОВА, проекттың авторы, етәксеһе:
– Быға ҡәҙәр, 2018 йылда, Рәсәйҙең Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы үткәргән конкурста ҡатнашып, грант отҡайныҡ һәм уны оҙон буйлы ҡурсаҡтар костюмдары алыуға тотонғайныҡ. Уларҙы аниматорҙар ҡатнашлығындағы саралар үткәргәндә файҙаландыҡ. 2023 йылда кейемдәрҙе яңыртырға булдыҡ, сөнки балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары үҙгәреп тора, йәнһүрәттәрҙең дә яңылары сыға, балаларҙың зауығына тап килерҙәй алымдар эҙләйһең. Шул маҡсаттан сығып, проект яҙҙым һәм республика Башлығы гранттары конкурсында ҡатнашып, ярайһы ғына финанс ярҙамы алдым. Аҡсаны кейемдәр алыуға, уҡыуҙар ойоштороуға, саралар ваҡытында тапшырыр өсөн балаларға бүләктәр алыуға тотондоҡ. Финанс ярҙамы булғанға күрә лә, уҡыуҙарға бик яҡшы белгестәрҙе ылыҡтыра алдыҡ, улар тап һаулыҡ мөмикнлектәре сикләнгән балалар менән оҙаҡ эшләгән, бының бөтә үҙенсәлектәрен белгән кешеләр ине. Белгестәр бар тәжрибәһен йәштәр менән уртаҡлашырға, өйрәтергә тырышты.
Уҡыуҙар тамамланғас та, унда белем алған йәштәр ирекмәнлекте ташламай, ошо йүнәлештәге ғәмәлдәрен дауам итә. Беҙ һаман да бәйләнеште өҙмәйбеҙ, төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ, грант аҡсаһына алынған йәнһүрәт геройҙары кейемдәре лә балаларға шатлыҡ килтереүен дауам итә. Артабан да изгелекле эштәребеҙҙе дауам итәбеҙ, гранттар конкурсында ҡатнашырға ла иҫәп ҙур.
Рәүилә Ғатауллина.
Һүрәттәрҙә: Азалия Әбдрәхимова; "Аманат" үткәргән сараларҙан күренештәр.
Фотолар - "Аманат"тың социаль селтәрҙәренән.