Йәмғиәт
30 Август 2024, 13:00

“Березки” һеҙҙе көтә!

Әбйәлил районының йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Березки” ял йортонда һаулығығыҙҙы нығытып, хозур тәбиғәт ҡосағында көс, дәрт туплап ҡайтырға теләйһегеҙме? “Башҡортостан” гәзите һеҙгә был мөмкинлекте бүләк итә – Әбйәлил районының иң матур урынында урынлашҡан “Березки” ял йортона 7 көнгә иҫәпләнгән 2 кешелек юллама уйнатабыҙ.

“Березки” һеҙҙе көтә!“Березки” һеҙҙе көтә!
“Березки” һеҙҙе көтә!

Йәй көнө ҡояш үҙенең йылы нурҙары менән артыҡ  иркәләмәһә лә “Березки” ял йортонда хәтәр шәп пляж йыһазландырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яҡтыкүл буйына ял итергә теләүселәр, атап әйткәндә, пляжда аҙ булыуға ҡарамаҫтан, унда булыусылар яңы бар талаптарға яуап биргән пляжды баһалап та өлгөргән. Бигерәк тә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Һыуға төшөү өсөн махсус пандустар ҡуйылған, инвалидтарҙы йөҙҙөрөү өсөн махсус ҡоролма алынған, һыу инеү һәм ял итеү өсөн махсус урындары эшләнгән.

"Березки" ял йорто директоры Иршат Малыбаев әйтеүенсә, быларҙың барыһы ла грантта еңеп сыҡҡан аҡсаға йыһазландырылған. “Березки” ял йорто 3 миллиондан ашыу грант яулаған һәм быйыл һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында  мөһим эштәр башҡарылған. Сөнки ошоға тиклем сәләмәтлектәрен нығытырға килгән инвалидтар йәй көнө рәхәтләнеп күлдә һыу инә алмаһа, әле уларға бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә,  “Березки” ял йортонда һаулығығыҙҙы нығытып, хозур тәбиғәт ҡосағында көс, дәрт туплап ҡайтырға теләйһегеҙме? “Башҡортостан” гәзите һеҙгә был мөмкинлекте бүләк итә – Әбйәлил районының иң матур урынында урынлашҡан “Березки” ял йортона 7 көнгә иҫәпләнгән 2 кешелек юллама уйнатабыҙ.

❗❗❗Бының өсөн:
????"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылырға;
????“Башҡортостан” гәзитенең Телеграмдағы каналына (https://t.me/bash_news102) һәм “Класташтар”ға https://ok.ru/bashortost ҡушылырға;
????ошо яҙмаға лайк ҡуйып, диуарығыҙға репост яһарға;
Юллама 12 сентябрҙә, 21.00 сәғәттә уйнатыла. Еңеүсе махсус программа ярҙамында автоматик рәүештә билдәләнә.

Фото: Автор фотолары

“Березки” һеҙҙе көтә!
“Березки” һеҙҙе көтә!
“Березки” һеҙҙе көтә!
“Березки” һеҙҙе көтә!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас